Ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары боҙолорға тейеш түгел 07.03.2016

Бөгөн Өфөлә республиканың феминистар хәрәкәте ошо темаға арналған  осрашыу үткәрҙе.

Башҡортостан феминистар ойошмаһы йыл самаһы элек виртуаль киңлектә барлыҡҡа килә. 100-ләп кеше ағза булып тора. Улар араһында билдәле ғалимдар, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар. Бөгөнгө тәүге  осрашыу «8 март- хоҡуҡи тигеҙһеҙлек байрамы» тигән темаға арнала.  Унда ҡатнашыусылар фекеренсә, йәмғиәттә гүзәл заттарҙы йәберләү осраҡтары юҡ түгел. Айырыуса ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡул күтәреү күренештәре йыш осрай. Ә улар кеше һүҙенән ҡурҡып өндәшмәй түҙеп йәшәргә мәжбүр.  Хәрәкәт ағзалары ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары яҡланырға тейеш тигән уртаҡ фекергә килде. Әлбиттә, башҡа ҡараштар ҙа юҡ түгел. Ҡайһы бер сығыш яһаусылар беҙҙә тигеҙһеҙлек күҙәтелмәй, ә феминистик ойошмалар ғаилә ҡиммәттәрен юғалтыуға килтерәсәк тигән фекерҙә. Һөйләшеүҙән һуң  осрашыуға килеүселәр Надежда Крупскаяның, Рәбиға Ҡушаеваның тормош юлына арналған лекциялар тыңланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика