«Атай һәр яҡтан маһир»

«Атай һәр яҡтан маһир» 23.07.2014

Өфө районы ял  парктарының береһендә өсөнсө тапҡыр ойошторолған аш-һыу оҫталары бәйгеһе үтте.  Сара мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн уҙғарыла. Конкурста  Бәләбәй, Белорет, Илеш райондары һәм Өфө ҡалаһынан 5 команда көс һынашты.

Филүс Кәримов Бәләбәй ҡалаһынан килгән. Атай кеше ғаиләһен ит  ризыҡтары һәм балыҡ менән һыйларға ярата. Яҡындары араһында  оҫта ашнаҡсы булып танылған уҙаман  конкурста  диңгеҙ продукттарынан торған үҙенсәлекле шешлек әҙерләне.
Аш-һыу оҫталарын бәйгеһенең «Атай һәр яҡлап маһир» тип аталыуы осраҡлы түгел. Бәйгелә ҡатнашыусы уҙамандар үҙҙәре ризыҡ әҙерләргә уны матур итеп табынға ҡуя    белергә лә тейеш, тип билдәләй ойоштороусылар. Проект өсөнсө йыл рәттән «Әсә йөрәге» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Мөмкинлектәре сикләнәгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге» тырышлығы менән ғәмәлгә ашырыла. Маҡсат -ғаилә ҡиммәтәрен нығытыу.
Конкурс барышында ғаилә вәкилдәренең төрлө һәләттәре лә баһаланды. Музыкаль оҫталыҡтары һәм спорт ярыштарындағы етеҙлектәре иғтибарға алынды.
Конкурсанттарға һауа торошоноң боҙолоуы бер ҙә ҡамасауламай. Утта бешкән аш-һыу, дәртле музыка, дуҫлыҡ иңен тойоу һәр бер этапты тағы ла дәртлерәк, әүҙемерәк үтергә ярҙам итә.
Ямғыр шәберәк яуған һайын, бәйгеселәр ҙә әүҙемләште.  Балалар өсөн төрлө махсус уйындар, конкурстар ойоштородо. Бәләбәй ҡалаһынан килгән Кәримовтар ғаиләһенән - Камилә тиҫтерҙәре араһында беренсе булып уйын талаптарын үтәп сыҡты.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса  Белорет районынан  Ғәлиәхмәтовтар  еңеүсе тип табылды. Әммә конкурста ҡатанашыусы башҡа командалар ҙа һис кенә лә отолманы. Улар тәбиғәт ҡосағында әҙерләнгән аш-һыу менән һыйланды, онотолмаҫлыҡ тьәҫораттар алды.
Зилиә Әбелғатина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку