Аталы бала арҡалы 05.11.2015

Ғафури районы Яугилде ауылында тиҫтәнән ашыу ишле ғаилә иҫәпләнә. Улар араһында Хәйретдиновтар  ҙа бар.

Был йортта  бөхтәлек һәм тәртип өсөн ғаиәләләге дүртенсе бала -Илнар яуаплы. Өлкән ағалары Илмир аш-һыу бүлмәһендә әсәһенә өҫтәл әҙерләшә. Бәләкәс ҡустылары уйын менән мәшғүл. Ғаилә башлығы үҙе белгән һөнәрҙәргә улдарын да ылыҡтыра. Гел малайҙар ғына йәшәгән йортта уйынсыҡтар ҙа, китаптар ҙа үҙ урынында.
Хәйретдиновтарҙың  өлкән улдары Айрат Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында өсөнсө курста белем ала. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр тигәне, тап  Гөлнара менән Азат Хәйретдиновтар хаҡында. Математика уҡытыусыһы һәм инженер-механик ғаиләһендә егеттәр теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Киләсәктә аталарының юлынан китергә теләүселәр ҙә бар.
Егеттәрҙе аш-һыу бүлмәһендә тәмле аш-һыйҙары менән әсәләре Гөлнара ханым ҡаршылай. Күңел йылыһы, яҡындарына мөхәббәт хисе һалып бешерелгән ризыҡтары бәрәкәтле һәм телеңде йоторлоҡ тәмле була уның.
Гөлнара менән Азат Хәйретдиновтар балаларына хеҙмәт тәрбиәһе бирергә ынтыла. Шөкөр, улдары аталарынан күреп, техникаға әүәҫ, бал ҡорттары тәрбиәләшә, баҡса тирәһен тәртиптә тота, йәйгеһен бесән әҙерләшә. Тырышып эшләгән кеүек, күңелле һәм зауыҡлы итеп ял итергә лә өлгөрәләр.
Татыу  ғаиләлә биш балаға ғүмер биреүсе әсә Гөлнара Хәйретдинова ике йыл элек «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Беҙҙең бәләкәй генә дәүләтебеҙҙә улдарыбыҙ ата-әсәле булып, төрлө һөнәрҙәргә өйрәнеп үҫә, тип һөйөнә ул.     
Гөлнара менән Азат Хәйретдиновтар балаларын боронғолар аҡылына таянып тәрбиәләргә тырыша. Ышаныслы, физик яҡтан көслө, рухлы егеттәргә киләсәктә  илебеҙ тыныслығын яҡлау бурысы тора. Хәйретдиновтарҙың улдары был бурысты ла  намыҫ менән атҡарырға уйлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика