Ата-әсәләр мәғариф учреждениеларында туҡланыу сифатынан ҡәнәғәт түгел

Ата-әсәләр мәғариф учреждениеларында туҡланыу сифатынан ҡәнәғәт түгел 08.07.2014

Улар фекеренсә, мәктәптәргә килтерелгән аҙыҡ-түлек тейешле стандарттарға яуап бирмәй. Ризыҡты һаҡлау ваҡытының күҙәтелмәүе тураһында һөйләп тораһы ла түгел, ти улар. Республиканың ата-әсәләр комитеты башланғысы менән белем усаҡтарына оҙатылған аҙыҡ-түлек хәҙер өҫтәмә тикшереү үтәсәк. Быға тиклем мәктәп ашханаһына эләккән ризыҡты квартал һайын, йәғни, өс айға бер генә тикшерәләр ине.

Улар фекеренсә, мәктәптәргә килтерелгән аҙыҡ-түлек тейешле стандарттарға яуап бирмәй. Ризыҡты һаҡлау ваҡытының күҙәтелмәүе тураһында һөйләп тораһы ла түгел, ти улар. Республиканың ата-әсәләр комитеты башланғысы менән белем усаҡтарына оҙатылған аҙыҡ-түлек хәҙер өҫтәмә тикшереү үтәсәк. Быға тиклем мәктәп ашханаһына эләккән ризыҡты квартал һайын, йәғни, өс айға бер генә тикшерәләр ине.

Алдаҡ йә иһә мутлашыу ярҙамында теләһә ниндәй тикшереү органын да үтеү мөмкин... Әммә балалар контролен алдау икеле. Мәктәп ашханаһы бешергән аштар оҡшамай икән, ризыҡтың күпселеге өҫтәлдә ултырып ҡала. Һуңғы арала был йыш күҙәтелә, ти ата-әсәләр. Аҙыҡ-түлектең шаҡтай ҙур өлөшө сығарып ташлана. Ағыуланыу осраҡтары ла бар.
Венера Ноғоманова, республика ата-әсәләр комитеты рәйесе урынбаҫары: «Мәғариф учреждениеларында аҙыҡ-түлек рационы төптән уйланылмай төҙөлгән. Ризыҡтарҙың күпселеге ашханаларға барып еткәнсе сифатын ғына түгел, тышҡы йөҙөн дә юғалта. Ә бала ашҡаҙаны үтә лә һиҙгер. Кәрәкмәгән ризыҡтарға аҡса әрәм иткәнсе, витаминлы һәм оҙаҡ һаҡлана торғандарына өҫтөнлөк биреү кәрәк».
Һаҡланыу шарттары күҙәтелмәүе бер, ә бына мәктәптәрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе комбинаттарҙың белә күрә сифатһыҙ ашамлыҡтар алыуы тағы ла етдирәк проблема. Табыш менән сифат араһында улар, әлбиттә, тәүгеһен һайлай. Арзан ризыҡтарҙың сифаты ниндәй булыуы һәр кемгә мәғлүмдер. Уларҙы балалар ғына түгел, өлкәндәр ашҡаҙаны ла үҙләштереп бөтмәй. Ашағаныңдың файҙаһы тураһында һүҙ йөрөтөү был осраҡта урынһыҙ. Был тәртипһеҙлектәрҙе сикләү маҡсатында ата-әсәләр мәктәптәргә таратылған аҙыҡ-түлекте өҫтәмә күҙәтеү башланғысы тәҡдим иткән. Хәҙер баланың өҫтәленә эләгәсәк ашамлыҡ шик тыуҙырһа Республиканың тикшереү үҙәге аша үтәсәк. Белгестәр өс ай эсендә генә ярайһы уҡ продукцияның стандарттарға тап килмәүен асыҡлаған.
Людмила Мирзаһитова, «Һынау үҙәге» белгесе: «Алты төр ризыҡтың нормаларға тап килмәүе асыҡланды. Башлыса һөт продукцияһы - сыр, эремсек, май. Какао порошогы, йәшелсәләр, томат та сифат яғынан яҡшы түгел. Мәҫәлән, майға туң май урынына үҫемлектеке ҡушылған. Уларҙы рациондан алырға беҙҙең хоҡуғыбыҙ юҡ. Беҙ тәҡдим генә итә алабыҙ, ә инде ҡалғанын комбинаттар һәм мәғариф белгестәре хәл итә».
Әле баш ҡала мәктәптәрен аҙыҡ -түлек менән тәьмин итеүсе ике комбинат ҡына өҫтәмә тикшереү үтә. Ҡалғандар планға ярашлы квартал һайын ғына был процедураны үтә. Әгәр был алым һөҙөмтә бирһә тотош республика буйынса мәктәп аҙығы өҫтәмә экспертиза үтә башлаясаҡ.
Айнур Кәбиров


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку