Ата-әсә булыу - оло бәхет

Ата-әсә булыу - оло бәхет 21.09.2015

Был яуаплы аҙымға барыусылар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында махсус уҡыуҙар үтә ала. Балалар йортонан сабыйҙарҙы тәрбиәгә алырға теләүселәр өсөн ойошторолған курстар - баш ҡаланың Опека һәм попечителлек идаралығы башланғысы. Бында психология, педагогика, медицина буйынса белем бирелә. Әлегә 300-ән ашыу кеше уҡыуҙарҙа ҡатнашҡан, тимәк, йөҙҙәрсә бала ғаиләле булған тигән һүҙ.

12 йәшлек Валерия өйгә эштәрен мәктәптән ҡайтыу менән әҙерләргә күнеккән. Бөгөн ул тормошондағы иң онотолмаҫлыҡ мәлдәр, осрашыуҙар хаҡында инша яҙырға тейеш. Ҡыҙ үҙен, әлбиттә, бәхетле тип иҫәпләй: уның ике терәге - ата-әсәһе бар. «Алты йәшемдә балалар йортона эләккәс, йылы усаҡта йәшәү хаҡында Хоҙайҙан мең тапҡыр һораным»,-ти Валерия.  
Валерия хәҙер икенсе маҡсаттар ҡуйып йәшәй - стюардесса йә парикмахер һөнәрен һайларға уйлай. Ҡул эштәрен яратып башҡара. Быяла, туҡымала һүрәт төшөрөп, тәмлекәстәр әҙерләп яҡын кешеләрен һөйөндөрә.  Ата-әсәһе иһә ҡыҙлы булыуҙары менән бәхетле. Лариса менән Андрей Жужа ике ул үҫтерә. Хәҙер малайҙары инде буй еткән. "Валерияны балалар йортонан алып, тормошобоҙҙо йәмләнек!"- ти татыу ғаилә.  
Лариса Жужа:  «Ғүмер буйы ҡыҙым булһа, Валерия тип ҡушырға хыялландым. Был исем оҡшай ине. Шулай тап килде - ҡыҙыбыҙ хәҙер яныбыҙҙа. Лера бик тырыш, уңған, ныҡышмал. Оло шатлығыбыҙ, ҡыуанысыбыҙ ҙа ул. Күптәр балалар йортонан сабый алырға ҡурҡа... Ҡурҡмаһындар ине».
Кескәйҙән үк тормош ауырлыҡтарына дусар булған баланы тәрбиәгә алыу - оло һынау ҙа. Яуаплы аҙымға барыусы ғаиләгә психологик яҡтан ныҡлы әҙерлек талап ителә. Баш ҡаланың Опека һәм попечителлек идаралығы был юҫыҡта ныҡлы эш алып бара.
Лариса Ольте, Өфөнөң опека һәм попечителлек идаралығының бүлек етәксеһе: «2008 йылда «Ғаилә» үҙәгендә балалар йортонан сабыйҙы опекунлыҡҡа, уллыҡҡа алырға теләүселәргә махсус программа әҙерләнде. Ул үҙ эсенә бер нисә блок индерә. Буласаҡ ата-әсәләргә юридик, социаль-иҡтисади, медицина һәм иң мөһиме - психологик-педагогик яҡтан ярҙам күрһәтелә».
2012 йылдан етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алырға теләүселәр был әҙерлекте мәжбүри рәүештә үтә. Баш ҡаланың Опека һәм попечителлек идаралығы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә махсус курстар ойоштора. Бында яңғыҙ ҡалған малай-ҡыҙҙар менән дөрөҫ аралашырға, ғаилә конфликттарын булдырмаҫҡа өйрәтәләр.
Альбина Арыҫланбаева,  квалификацияны күтәреү һәм яңынан профессиональ әҙерлек институтының уҡытыу-методика эштәре буйыса белгесе: «Был курстар 80 сәғәткә иҫәпләнгән, ата-әсәләр ике аҙна уҡый. Беҙ уларҙың психологик һәм педагогик яҡтан белемдәрен камиллаштырабыҙ. Тормошта килеп тыуған төрлө проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәбеҙ. Ата-әсәләр теләп беҙгә уҡырға киләләр».
Махсус курсттарҙы үткән ғаиләләр билдәләүенсә, был уҡыуҙар опекундар өсөн генә түгел, буласаҡ ата-әсәләр өсөн дә файҙалы. Ғаилә ҡиммәттәре хаҡында алынған белем - ныҡлы киләсәк нигеҙе.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку