Ат та юҡ, дәрт тә юҡ 15.06.2015

Өфөлә машина һатып алырға теләгән 100-гә яҡын кеше аҡса түләп автомобилһеҙ ҡалған. «Автоваз» дилерына мөрәжәғәт итеүселәр өс ай ғәҙеллек эҙләй.  

Заман еле ҡайһы тарафтарға иҫмәһен, «Лада» автомобилдәр баҙарында иң арзандар рәтендә. Шуға ла уларҙы ғәҙәттә, пенсионерҙар, йәштәр ала. Күптәре иҫке автомобилдәрен утилгә тапшыра.  Әхмәт Яҡупов та хаҡлы ялға сыҡҡас тимер атын яңыртырға була. Етенсе модель ВАЗ-ын утилгә тапшырып, яңы «Калина» өсөн аҡсаһы түләй. Ләкин апрелдән бирле аҡса ла, машина ла юҡ...  
Әхмәт Яҡупов, зыян күреүсе: «15 көндән, автомобилдең паспорты әҙер булғас машинағыҙҙы килеп алырғыһыҙ тинеләр. Көттөм-көттөм, шылтыратмайҙар ҙа.. Менеджер яуап биреүҙән ялтана».
Был хәлгә тарыусылар кәмендә 90 кеше. Улар бөтәһе лә Өфөнөң Вологодская 60 адресы буйынса урынлашҡан АВТОВАЗ дилерына мөрәжәғәт иткән. Автомобилде кредитҡа һәм аҡсаға алыусылар, тред-ин йә утилләштереү программаһын һайлаусыларҙың - береһе лә өс ай транспорт сараһын күрмәгән.    
Әлфинә Бураншина, зыян күреүсе: «Улай буламы инде, үҙебеҙҙең аҡсаны бир ҙә, машинаһыҙ ҡал.. Килһәң, вәғәҙәләр бирәләр, көтөгөҙ тиҙәр… Шулай итеп көттөк инде».
Вологодская урамындағы ВАЗ дилеры бинаһында бушлыҡ. Автомобилдәр юҡ, ҡарауылсылар ойошма эшләмәй тип аңлата. Әйткәндәй, бында етәкселәр йыш алмашынып тора. Мәҫәлән, әле ойошма директоры вазифаһын башҡарыусы Юрий Бердников етәксе урынында 3 июндән эшләй... Ул аңлатыуынса, һатып алыусыларға тәғәйен автомобилдәр икенсе дилерға һаҡлауға тапшырылған.
Юрий Бердников, «Өфө АвтоВАЗ» автодилер үҙәге директоры: «Мин яңы кеше булараҡ хәлде аныҡ ҡына белмәйем. Миңә билдәле булыуынса, Автоваз  һатылған автомобилдәрҙе башҡа урынға алып киткән. Бәлки, элекке етәксе улар өсөн түләмәгәндер, йә башҡа сәбәп барҙыр. Мәсьәләне хәл итеү өсөн беҙ судҡа мөрәжәғәт итәбеҙ, шулай уҡ Тольяттиға барып ҡайтырға иҫәп тотам».
Ысынлап та, автомобилдәр «Автоваз»дың тағы бер дилерында һаҡлана. Был һатып алыусыларға өмөт өҫтәй, ләкин әле һорауҙар күп. Алданыусылар ҙа судҡа мөрәжәғәт иткән. Тәүге ултырыш ошо аҙнала үтә. Осраҡ яҡшы тамамланыр ҙа, ләкин автомобилдең тулы хаҡын алып та уны тик 15 көндән биргән дилерҙар эше күп һорау тыуҙыра. Бәлки, һатып алыусылар   ышаныусан, бер ҡатлы булмаһа, бындай алымдар бөтөнләй ҡулланылмаҫ ине.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика