Асылыкүл тәбиғәт паркындағы Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығы әһәмиәтле халыҡ-ара һыу-һаҙлыҡ йәки Рамсар биләмәһе статусын алыуы ихтимал 15.06.2017

Был тәңгәлдә Дәүләкән районындағы һаҙлыҡты тергеҙеү эштәре әүҙем алып барыла. Бер йыл элек Берләшкән милләттәр ойошмаһы уникаль проект өсөн 13 миллион һум аҡса бүлгән. Биләмәлә эштәр нисек бара?

Бер-ике йыл кенә дүрт ауыл уртаһындағы Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығын ҡола ялан ғына хәтерләтә, ине ти урындағы халыҡ. Ә бит төрлө мәғлүмәттәр буйынса, бында 19-сы быуатта пеликандар һәм башҡа аҙ осрай торған ҡоштар оя ҡорған. Тик тәбиғәттәге үҙгәрештәр уларҙы бөтөнләй юҡҡа сығарған.
Етмешенсе йылдарҙа сәсеүлек майҙандарын киңәйтеү маҡсатында киптерелгән Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығы тергеҙелә башланы. Сөнки тәбиғәтте үҙгәртергә тырышыу бынан ун-ун биш саҡрым алыҫлыҡтағы Асылыкүлдең һыу кимәле кәмеүгә сәбәпсе булған. Шунлыҡтан һуңғы йылдарҙа ғалимдар көсө менән биләмәлә эштәр әүҙем алып барыла.
Киптерелгән һаҙлыҡ урынында эштәр бер йыл самаһы элек башлана. Дамба күтәртелә, һыу һуғарыу ҡоролмалары урынлаштырыла. Берләшкән милләттәр ойошмаһының үҫеш программаһы сиктәрендә был ерҙәрҙе һуғарыуға 13 миллион һум аҡса ла бүленгән. Эштең һөҙөмтәһе күҙ алдында, ти Дәүләкәндәр. Йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштар ҙа хәҙер һаҙлыҡҡа туҡтала.
Һаҙлыҡты тергеҙеү климат үҙгәрештәренә лә тәьҫир итәсәк ти, белгестәр. Сөнки ул углерод сығанаҡтарының береһе. Һаҙлыҡтарҙы киптергән осраҡта газ атмосферала парға әйләнә. һөҙөмтәлә, был климат үҙгәрешенә алып килә. Әлеге ваҡытта һаҙлыҡҡа тауҙарҙан аҡҡан яҙғы һыуҙар йыйылған, проект буйынса уны биш йыл эсендә туйындырыу ҡаралған.  
Андрей Сирин Рәсәй фәндәр академияһының урмансылыҡ институты директоры
«Билдәле булыуынса, һаҙлыҡтар һыу кимәлен һаҡлауҙа ҙур роль уйнай. Тағы ла биологик төрҙәрҙе һаҡлауға булышлыҡ итә, шулай уҡ осар ҡоштарға туҡтар урын да булып тора».
Рамсар конвенцияһы сиктәрендә Берләшкән милләттәр ойошмаһы вәкилдәре 40 йылдан ашыу һаҙлыҡтарҙы һаҡлап ҡалыу эштәрен алып бара. Рәсәйҙә халыҡ-ара әһәмиәттәге 35 һыу-һаҙлыҡ биләмәһе иҫәпләнә. Быйыл был исемлеккә Асылыкүл паркы эргәһендәге Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығы инеүе ихтимал.  
Сельвия Калныш, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса проект координаторы: «Башҡортостан бик матур төбәк. Үҙенең һыуһаҡлағыстары, тәбиғәте менән ул бөтә донъя кимәлендә һыу запастарына булышлыҡ итә ала».
Ғалимдар әйтеүенсә, башҡарылған эштәр ошо территорияны Рамсар биләмәһенә индереүгә булышлыҡ итәсәк. Берҡаҙан-Ҡамыш республикабыҙҙа халыҡ-ара әһәмиәттәге тәүге һыу-һаҙлыҡ биләмәһе буласаҡ. Ул төбәктең абруйын арттырыуға, экосистеманы артабан тергеҙеү өсөн финанс алыуға булышлыҡ итәсәк. Ул ғына ла түгел, экология йылында йәнһеҙ ятҡан биләмәгә йән өрөү тигән һүҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика