«Асылыкүл» тәбиғәт комплексы йәйге миҙгелдә 15 меңдән ашыу туристы ҡабул итә ала 08.08.2015

Башҡортостандың иң ҙур күленә ялға килеүселәр араһында тәбиғәткә һаҡсыл ҡарағандары ла, ял урынынында үҙҙәренән һуң сүп-сар өйөмдәре ҡалдырыусылары ла осрап тора.

Әүҙем ялды үҙ итеүселәр бында ҙур хеҙмәт коллективтары менән килә. Һалым һәм реестр хеҙмәтенән 250 кеше ял итер, үҙ көсөн спорт ярыштарында һынап ҡарар өсөн юҡҡа ғына Асылыкүлде һайламаған. Күл буйында ойошторолған волейбол ярыштары, йыраҡ араларға йүгереү һәр кемдә сәм һәм сәләмәт тормошҡа ыңғай ҡараш уята.
Әммә ял итеүселәр араһында үҙ көсөнә артыҡ ышанып бәләгә тарыусылар ҙа етәрлек. Метрҙан ашыу тулҡындарҙан хатта, ҡалын һәм киң матрастар ҙа ҡотҡара алмай. Бөтә ышаныс тәбиғәт комплексында тәүлек әйләнәһенә уяу торған патруль хеҙмәтендә һәм виндсерфинг менән шөғөлләнеүсе спортсыларҙа. Бөгөн күлдә батыусыларҙы ҡотҡарыусы Игорь Пилепенко, Дмитрий Сентябовҡа махсус бүләктәр тапшырылды.
Ун биш йәшлек үҫмер Егор Сотников яҙмышында ла Асылыкүлдә булған күңелһеҙ ваҡиға үҙ эҙен ҡалдыра. Ҡасандыр үлем менән йәшәү араһында ҡалған егет терелгәс тә елкәнле спорт менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Бөгөн уның яҡты хыялы тормошҡа ашты. Ул Башҡортостандың елкәнле спорт федерацияһы етәксеһе Ришат Исхаҡов ҡулынан  виндсерфинг менән бушлай шөғөлләнеү өсөн махсус сертификат алды.
Республиканың төрлө төбәктәренән килгән ял итеүселәрҙе «Йәшел яр» йәмәғәт ойошмаһы ҡаршы ала. Улар өсөн махсус ял итеү урындары тәғәйенләнә. «Асылыкүл» тәбиғәт комплексында үҙеңде нисек тотоу тейешлеге һәм һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре лә ентекле аңлатыла. Саф һыулы күл буйында тормош ығы-зығыһынан ял итеүселәр үҙҙәре лә экологияны һаҡлау яғында.
«Йәшел яр» йәмәғәт ойошмаһы, Республика елкән спорты федерацияһы менән  «Асылыкүл» тәбиғәт паркы күлдең тирә-яғын тәртиптә тотоу, халыҡтың ялы мөмкин тиклем сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн барыһын да эшләй. Биш йыл элек күл тирәһенән етмешләп самосвал  сүп-сар сығарылған. Бөгөн халыҡ тирә-яҡ мөхиттең таҙа һәм күркәм булыуы яҡлы. Балыҡҡа ла ҡармаҡ менән генә йөрөү хуплана.
Асылыкүл елкән спортын үҫтереү өсөн бик уңайлы. Инструкторҙар йыл әйләнәһенә  күлдә күнекмәләр ойоштороу мөмкинлеген күҙаллай. Виндсерфинг менән шөғөлләнеүсе һәр кем оҫталарҙан махсус дәрестәр ала. Матур һәм романтикаға тартым спорт төрө яҡшы физик әҙерлек һәм сослоҡ талап итә.
Асылыкүл кеүек хозур тәбиғәт ҡосағында  айыҡ тормош яҡлылар, еребеҙгә һаҡсыл ҡарашта булған спортсылар менән осрашыу бер миҙгел һымаҡ ҡына тойолдо. Еребеҙҙе мул һыуы менән туйындырған Асылыкүл биләмәһендә тәбиғәт комплексы хемәткәрҙәренең һаҡсыллыҡҡа саҡырыуын ял итеүселәрҙең теүәл үтәүе генә шарт. Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика