Ашығыс ритуаль ярҙам

Ашығыс ритуаль ярҙам 22.10.2015

Ҡалала йәшәүселәр тиҙ ярҙам бригадаһы менән бергә пациентҡа уны һуңғы юлға оҙатыу эштәрен башҡарыусылар ҙа килеүенә күнеккән тиергә лә була. Ни тиһәң дә, уңайлы- кеше эҙләп йөрөргә кәрәкмәй, үҙҙәре шылтырата, фатирыңа килә, ҡайғыңды уртаҡлаша. Ләкин ритуаль хеҙмәттәрҙең саҡырмайса ишек шаҡыуы закон боҙоу. Сөнки пациент һаулығы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт таратыу табип серен сисеү һанала. Улай булғас, кем яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш?

Журналист тикшереүе сиктәрендә беҙ ашығыс ярҙамға оҙайлы сирләгән кешенең үлеме тураһында хәбәр иттек. Дежур хеҙмәткәр ҡасан ул һуңғы тапҡыр табипҡа күренеүен һорашты, әгәр аҡ халатлы ауырыу эргәһенә айҙан ашыу ваҡыт килгәне булмаһа, һеҙгә полиция саҡырырға кәрәк тип аңлатты.
Беҙгә шул ғына кәрәк. Тиҙ ярҙам килмәйәсәк, ә адресыбыҙҙы яҙып алдылар. Күптәр ритуаль хеҙмәттәр буласаҡ клиенттары тураһындағы мәғлүмәтте тап медиктарҙан ала тип иҫәпләй, беҙҙең маҡсат бының ни тиклем дөрөҫ булыуын асыҡлау.
15 минуттан домофон шылтыраны. Ҡунағыбыҙ шунда уҡ эшлекле әңгәмә башлай.
Егет шунда уҡ ритуаль уңайлыҡтар тәҡдим итергә тотона. Аңлатыуынса, ерләү яҡынса 25 мең һумға барып баҫасаҡ. Быға автомобиль, эшселәр, табут һәм башҡалар инә. Һеҙ ҡайҙан белдегеҙ тигәнгә ул  аптырамай.
Ә бына тиҙ ярҙам вәкилдәре был хәлде ҡәтғи инҡар итә. Беҙ ритуаль агенттар менән эшләмәйбеҙ, ти улар. Һәр хеҙмәткәрҙең эш урынында видеокүҙәтеү, мәғлүмәттең ситкә сығыуы мөмкин түгел.
Александр Степанов, Өфө ҡалаһының тиҙ ярҙам станцияһы баш табибы урынбаҫары: «К скорой медицинской помощи, они не имеют никакого отношения! Никакую информацию агентствам ритуальных служб скорая помощь не передаёт».
Былай булғас беҙ ритуаль бизнес менән яҡындан таныш кешенән һорарға булдыҡ. Шәхесе билдәһеҙ ҡалыуын теләгән әңгәмәсебеҙ ритуаль хеҙмәттәр күп миллионлы бизнес булыуын аңлатты. Өфөлә көнөнә яҡынса 30 кешенең ғүмере өҙөлә, һәр бер клиент өсөн көрәш бара. Ритуаль агенттар ышаныслы мәғлүмәт өсөн 5 мең һумғаса аҡса түләргә әҙер.
Үлемгә бәйле булыуына ҡарамаҫтан был бары тик бизнес ҡына. Тармаҡта эшләүселәр килем алыуҙы ҡайғырта һәм бының өсөн түләргә әҙер. Шулай булғас, мәғлүмәт менән уртаҡлашырға теләүселәр ҙә мотлаҡ табыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку