Асадур Рахман Башҡортостанға юғары белем алыу маҡсатында килә 02.06.2015

Элекке Өфө дәүләт авиация  институты студенты йыш ҡына «Зоркий» фотосалонына фото төшөргә йөрөй. Унда  Бангладеш егете үҙенең яҙмышын да таба.

Татьяна Рахман бенгал аштарын да, үҙебеҙҙең ерлектәге аҙыҡтарға  ла берҙәй яҡшы ҡарашта. Тик татлы тәғәмдәр генә бенгалдарса килеп сыҡмай. Ә борсаҡ көлсәләре һәм берания тап тормош иптәше теләгәнсә  әҙерләнә. Аш-һыу бүлмәһендә әсәһенә Лавлика  ихлас ярҙамлаша. Рәсәйҙән Бангладешҡа ҡунаҡҡа барғанда улар шоколад һәм сәк-сәк алып бара.
Татьяна Рахман:  «Миңә һинд аштары  оҡшай. Унда айҙан ашыу йәшәһәк, бында ҡайтһаҡ, ризыҡта нимәлер етмәгән кеүек».
Асадур Рахман егерме өс  йылдан ашыу Өфөлә йәшәй. Тыуған иле менән уны ун бер меңдән   ашыу саҡрым ер  айырып тора. Бенгалда тыуған егет үҙен мин  Рәсәйле, Башҡортостандың патриоты тип ғорурлана.
Асадур Рахман: «Минән йыш ҡына һин ниндәй телдә уйлайһың, тип һорайҙар. Мин башта тыуған телемдә фекерләй инем, хәҙер төштәрҙе лә русса күрәм».
Татьяна Александровнаның мосолман өммәтенән булған кеше менән яҙмышын бәйләүе күптәр өсөн көтөлмәгән хәл була. Әсәһе был никахҡа ҡаршы килмәй, атаһы оҙаҡ ҡына ризалыҡ бирмәй. Никах теркәү органдарында ла йәштәрҙең аҙымы  ныҡлы тикшереү үтә.  Хистәренең ныҡлығына ышандырыу ни тиклем ауыр булғанын улар үҙҙәре генә белә.
Ике йәш йөрәктең мөхәббәтенә дин һәм милләт төрлөлөгө лә кәртә була алмай. Ҡатыны Татьяна Александровна  күндәм холоҡло, тормош иптәшенә йыш ҡына индустарҙың  мили аштарын әҙерләй. Асадур ҙа, Татьяна ла   беҙҙең төбәктең милли ризыҡтарына өҫтөнлөк бирә.
Ҡыҙҙары Лавлика Совет районының 23-cө мәктәбенең 7-се   cиныфын тамамлаған. Лавлика һинд, рус, башҡорт, инглиз телдәрен өйрәнә.  Һинд бейеүҙәрен ул айырым оҫталыҡ менән башҡара.
Лавлика Рахман: «Мин дүрт телде яҡшы беләм. Тиҙҙән беҙҙең Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары үтә. Беҙгә төрлө милләт халыҡтары киләсәк. Иптәштәрем ҡытай, бразилия бейеүҙәрен өйрәнә, ә мин байрамда һинд бейеүен башҡарам».
Татьяна менән Асадур Рахман 15 йыл бергә. Татьяна Алексадровна һинд мәҙәниәтенә мөкиббән бирелгән. Ул  Өфөлөләргә һинд бейеүҙәрен өйрәтә. Театр тамашаһына  ҡоролған хисле лә , мөхәббәтле лә  бейеүҙәр аша, илдәр араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға булышлыҡ итә.
Татьяна Рахман: «Беҙгә йыш ҡына айҙан ашыу Асадурҙың тыуған ерендә йәшәргә тура килде. Мин унда махсус рәүештә түләүле бейеү курстарын тамамланым. Сәғәттәр буйына бейеүҙән аяҡтар шешеп сыға ине. Бөгөн унда алған белемемде уҡыусыларыма өйрәтәм».
Был  биҙәнеү әйберҙәре-Лавлика һәм уның әсәһенә Бангладешта йәшәүсе яҡын туғандарының бүләге. Беләҙек, һырғалар насар күҙҙән һаҡлай.
Асадур менән Татьяна  Рахман һикәлтәле  яҙмыш бураҙналарында ике милләттең дә алтын урталығын тотоп йәшәй. Улар тормошо  Һинд фильмындағы мелодрама сюжеты кеүек.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика