Ҡасаҡтарҙы эшкә урынлаштырыу дауам итә 07.08.2014

Бөгөн эш менән тәьмин итеү биржаһында сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үтте. Унда республикабыҙҙа эш эҙләүселәр менән бер рәттән Украина ҡасаҡтары ла  ҡатнашты.

Иван әсәһе һәм һеңлеһе менән Өфө ҡалаһына Донецк өлкәһенән дүрт аҙна элек күсеп килгән. Бында улар туғандарында тора. Тиҙҙән ғаилә башлығы ла яҡындары эргәһенә бөтөнләйгә күсеп киләсәк. Атай кеше, бәлки, был һуғыш тамамланыр тигән уй менән ғаиләһенән айырылып ҡалған була. Ләкин өмөттәр аҡланмай. Иванға әле 22 генә йәш. Ул Тимер юл академияһын тамамлаған һәм ниндәй эш тәҡдим итһәләр ҙә, егет риза.
Иван Щербак, Украина ҡасағы: «Өйгә кире ҡайтмайбыҙ, сөнки беҙ йәшәгән ҡаланы ер менән тигеҙләнеләр. Тыныслыҡ мәлендә беҙ сығып ҡотола алдыҡ».
Әле республикаға Украинанан килгән ҡасаҡтар иҫәбе ике мең ярымға яҡынлашҡан.  Уларҙы эшкә урынлаштырыу һәм бүлмәле итеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Күбеһенсә һатыусы, тегеүсе, водитель һәм,  бигерәк тә, төҙөлөш өлкәһендәге эшселәр талап ителә.Республикала ҡасаҡтарға ла, эш таба алмаусыларға ла һөнәрле булырға бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
Надежда Агафонова, эшкә урынлаштырыу бүлеге етәксеһе: «Ҡасаҡтар өсөн эшкә урынлашыу еңелләштерелгән. Күбеһенсә ҡыҙыу линияға шылтыраталар. Беҙ уларҙы тиҙ ваҡытта эш менән тәьмин итергә тырышабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика