Ҡасаҡтарға ярҙам

Ҡасаҡтарға ярҙам 28.08.2014

Башҡортостан юлдаш телеканалы ойошторған хәйриә марафоны сиктәрендә Украина ҡасаҡтарына 330 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған, матди ярҙамдың 50 меңе 5443 һандарына килгән смс-хәбәрҙәр аша тупланған. Шул уҡ ваҡытта «Яңылыҡтар» хеҙмәте  үткән аҙнала Украинаның Луганск өлкәһенән килгән Мартынюктар ғаиләһенә ярҙам кәрәклеге хаҡында хәбәр иткәйне. Телевизор ҡараусылар редакцияға кейем, һауыт-һаба, башҡа кәрәк-яраҡтар алып килде.

Аҙна дауамында миһырбанлы кешеләр Телеүҙәккә ағылды. Ҡасаҡтарға әйберҙәрҙе хатта тоҡлап килтереүселәр ҙә бар. Светлана менән Артур улар иҫәбендә. Йәш ғаилә ике тапҡыр автомобилдәрен тултырып кейем-һалым, һауыт-һаба килтерҙе. Мартынюктарҙың бәләкәй бала менән буш өйҙә йәшәүен күреп ярҙамға ашыҡтыҡ, ти улар. «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең хәйриә акцияһы һөҙөмтәһендә Мартынюктар өсөн бер микроавтобус кәрәк-яраҡ, кейем йыйылды. Артабан беҙ Ҡырмыҫҡалы районына юл тоттоҡ. 10 көн самаһы элек ғаилә Атйетәр ауылына урынлашҡайны. Ғаиләнең һәр ағзаһы баштан-аяҡ яңынан кейенде. Улар үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәрҙе генә һайлап алды, ҡалғаны гуманитар ярҙам фондтарына тапшырыласаҡ. Мартынюктар ярҙам күрһәтеүсе телевизор ҡараусыларға оло рәхмәтен белдерә.
Тимофей Мартынюк, Украина ҡасағы: «Хәлебеҙгә инеүселәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ярҙамһыҙ тормошобоҙҙо көйләү еңел булмаҫ ине». Был килеүебеҙгә ғаилә йәшәгән йорт та үҙгәргән. Район һәм ауыл биләмәһе етәкселеге ҡасаҡтарға һәр яҡлы ярҙам күрһәтеп тора. Мартынюктар йәшәгән өйгә йорт йыһаздары, һауыт-һаба, телевизор килтерелгән. Ғаилә киләсәктә Башҡортостанда ҡалырға ниәтләй. Тимофей эшкә урынлашырға иҫәп тота. Әле уларҙың бар теләге - Украинала өләсәләре менән ҡалған ике баланы килтереү. Илфат Кинйәбав

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку