Ҡасаҡтарға ярҙам йөҙөнән республика халҡы яҡынса 2 миллион һумлыҡ әйбер йыйҙы

Ҡасаҡтарға ярҙам йөҙөнән республика халҡы яҡынса 2 миллион һумлыҡ әйбер йыйҙы 14.08.2014

Беҙҙең  телеканалда уҙғарылған  мәрхәмәтлек  телемарафонында  ҡасаҡтарға ярҙам йөҙөнән республика халҡы яҡынса 2 миллион һумлыҡ әйбер йыйҙы. Улар - гигиена  кәрәк-яраҡтары, кәнсә тауарҙары, кейем-һалым. Барыһы ла тиерлек яңы. Смс-хәбәр, махсус ҡуйылған йәшниктәр аша яҡынса  300 мең һум  аҡсалата матди ярҙам тупланды. Марафонда предприятиелар һәм республика учреждениелары ла әүҙем ҡатнашты.  

Юрий Симонов, "Ҡыҙыл тәре" йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге рәйесе: «Телемарафон бик яҡшы үтте. Был тиклем күп әйбер, аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары йыя алырбыҙ тип уйламағайным. Был ярҙам ҡасаҡтарға бер ай самаһына етәсәк, әммә акцияны ойоштороу өсөн һалынған көс тә ҙур булды».
Бөгөн -  Башҡортостан  юлдаш  телевиденияһы  үткәргән  телемарафондың  икенсе көнөнә – «Ҡыҙыл тәре» бүлексәһендә ҡасаҡтар йыйылған әйберҙәрҙе ҡабул итә башланы. Уларҙың  күбеһе беҙҙең төбәк  халҡының  ярҙамына  мохтаж. Балаларын бомба һәм снаряд ярсыҡтарынан һаҡлап улар Украинанан бер ҡат кейемдә сығып китә. Мәрхәмәтле кешеләрҙән бындай ярҙам һуңғы өмөттәрен юғалтҡан халыҡҡа яңы көс тупларға ярҙам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика