Ҡарындаштар, ҡан-ҡәрҙәштәр 30.07.2016

Бөгөн Өфөләге күңел асыу паркттарының береһендә игеҙәктәр парады үтте. Байрам сиктәрендә бер туғандар ижади бәйгелә көс һынашты. Бынан тыш, балалар һәм үҫмерҙәр аниматорҙар ойошторған уйындарҙан да ситтә ҡалманы.

Был өс ҡыҙға тормош поезында еңел буласаҡ тиһәк бер ҙә хата булмаҫ. Туғанлыҡ ептәре берләштерә уларҙы. Биш йыл элек Айгөл менән Өлфәт Вәлиуллиндарҙың игеҙәктәре тыуа, Хоҙай ғаиләне өсләтә бәхетле итә. Бынан тыш, улдары ла бар. Амалия, Азалия, Әмирә үҙ-ара бик татыу, йорт эшендә лә ата-әсәһенә булыша башлаған. Татыу ғаилә Өфөлә ойошторолған игеҙәктәр фестивалендә лә йыл һайын ҡатнашып тора. Быйылғы парад та бер береһенә оҡшаған йөҙгә яҡын игеҙҙе берләштерҙе. Балалар, үҫмерҙәр, йәштәр ҡулға ҡул тотоношоп, күңел асыу паркы буйлап дәррәү атланы. Игеҙәктәр араһында кескәйҙәрҙең күп булыуы ла ҡыуандыра. Иң йәшенә - 20 көн генә. Ата-әсәләре бер көн дә тыуған йәндәрҙең әленән үк холоҡтары төрлө икәнен дә билдәләй. Бигерәк тә был үҫә төшкәс һиҙелә башлай.
Парадтан һуң аниматорҙар кескәйҙәргә флешмоб ойошторҙо. Бында бейергә генә түгел, йырларға ла кәрәк ине. Кескәйҙәр сағыу костюмдарҙа килеп тә, барыһыны ла байрам кәйефе бүләк итте. Ижади конкурста ҡатнашыусылар ҙа күп булды. Алиса менән Ильяс Байковтарҙың улдарына әлегә һигеҙ ай ғына. Шуға малайҙар сәхнәлә сығыш яһай алманы, әммә байрамды улар ихлас күҙәтте. Игеҙәктәр парадында ҡатнашыусылар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә  бер береһе менән дуҫлашып та өлгөрҙө. Күптәре тәүгә генә осрашмай. Ни тиһәң дә, баш ҡалала бындай фестивалдәр даими ойошторолоп тора. Изге йолаға әйләнгән сараның географияһы ла киңәйә бара. Быйыл республика төбәктәренән дә малай-ҡыҙҙар килгәйне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика