Артем Митряшкин тайыштабанлыҡтан яфалана

Артем Митряшкин тайыштабанлыҡтан яфалана 11.02.2015

Башҡортостан юлдаш телеканалының «Русфонд» һәм «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары  менән берлектә ҡаты сирҙән яфаланған балаларға ярҙам күрһәтеү марафоны дауам итә. Аҙна һайын беҙ шәфҡәтле кешеләр ярҙамына мохтаж кескәйҙәр хаҡында һөйләйбеҙ. Бөгөнгө геройыбыҙ Артем Митряшкин. Ул тайыштабанлыҡтан яфалана. Аяҡҡа баҫыр өсөн сабыйға дауаланыу талап ителә.

10 айлыҡ Артем өсөн һәр аҙым ауырлыҡ менән бирелә. Сөнки уның һул аяғы тыумыштан тайыш.  Сабыйҙың физик кәмселеге тураһында белеү менән, йәш ата-әсә дауалау юлдарын өйрәнә башлай. Башта массаж, аяҡты гипслауға мөрәжәғәт итәләр.
Екатерина Митряшкина, Артемдың әсәһе: «Улымда еңелсә кимәлдәге тайыштабанлыҡ. Шуға ла һауығыуға өмөт бар. Даими рәүештә массаж эшләйбеҙ, биш тапҡыр аяғын гипсланыҡ. Әҙ генә һөҙөмтә бар, тик табиптар был ғына етмәй ти».
Артемды хәҙерҙән ныҡлап дауаламағанда, ҙурайғас аҡһауы ихтимал. Бының өсөн уға Понсетти ысулы буйынса брейс тип аталған махсус ҡоролма кейҙерергә кәрәк. Ул өс йәшкә тиклем ҡулланыла, ә баланың аяҡтары үҫкәнгә күрә уларҙы  даими алмаштырып торорға кәрәк. Өҫтәүенә, дауалау курсын үтеү өсөн Бәләбәй районында йәшәүсе ғаилә Өфөгә йыш килергә мәжбүр. Ә был тик сығымдар ғына өҫтәй.
Дмитрий Митряшкин, Артемдың атаһы: «Әле тормош иптәшем декрет ялында, мин бер үҙем генә эшләйем. Алған аҡсам ашауға етә етеүен, тик ҡиммәтле дауалау кеҫәгә ныҡ һуға. Беҙ мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөтләнәбеҙ. Улымдың аяғында ныҡ баҫып тороуын, тиҫтерҙәренән ҡалышмай йүгереп-уйнауын күргем килә».
Аяҡҡа махсус ҡулайлама беркетеү  - заманса һәм ҡиммәтле  дауалау ысулдарының береһе. Был ысул буйынса баланы һөйәктәре ҡатмаҫ элек дауалап өлгөрөү мөһим. Брейс ярҙамында сабыйҙы өс йәшкә тиклем аяҡҡа баҫтырырға мөмкин, тип ышандыра табиптар. Тәүге дауалау курсы 120 мең һум тора. Артемға ярҙам итергә теләүселәр 5541 һандарына «дети» һүҙен яҙып смс хәбәр ебәрә ала. Уның хаҡы 75 һум.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку