Армияға- телефон менән! 25.05.2017

Бөгөн республика хәрби комиссариатында тәүге тапҡыр  бер төркөм һалдатҡа алыныусыларға кеҫә телефоны һәм сим карта бүләк ителде.

28  кәрәҙле телефон ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған егеттәргә  тантаналы рәүештә тапшырылды. Иҫәбенә  400 һум һалынған был телефондар, һалдаттар өсөн  махсус сығарылған. Уның SOS төймәһе бар. Кәрәк булһа уға баҫып  психологтар һәм башҡа белгестәр  менән һөйләшеп була.  Бындай телефондар бөтә ил буйынса  тапшырыла. Ул «Хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре берлеге» һәм  «Рәсәйгә бергә хеҙмәт итәйек» проекты  ярҙамында тормошҡа ашырыла. Быйыл республикала һалдатҡа алыныусыларға бөтәһе 117 телефон тапшырыу күҙ уңында тотола.  
Бөгөн республика хәрби комиссариатында Рәсәйҙең хәрби көстәре составына  300 ҙән ашыу егет Алыҫ Көнсығышҡа оҙатылды. Яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан 5 меңдән ашыу һалдатты армияға алыу бурысы ҡуйылған. Хәҙер «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһындағы» Федераль законға индерелгән төҙәтмәгә ярашлы, йәше еткән егеттәргә, әгәр улар урта махсус белем биреү һәм юғары уҡыу йорттарында белем алһа, уҡыуын тамамлағанға тиклем хеҙмәткә саҡырыуҙы кисектереп тороу ҡаралған.  
Игорь Харченко, Башҡортостандың хәрби комиссары,генерал-майор: «Яҙғы саҡырылыш 23 процентҡа үтәлде. Төнъяҡ флоттан башҡа бөтә округтарға  1200 һалдат оҙаттыҡ.  Белгестәрҙе йыйыу  буйынса мәсьәлә тора. Парашютсылар кәрәк, ДОСААФ нигеҙендә шөғөлләнгәндәр бар, уларҙы туплаясаҡбыҙ. Иң күбе водителдәр талап ителә,был тәңгәлдә хәлдәр  әлегә маҡтанырлыҡ түгел».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика