Археологик ҡомартҡылар иле батшаһы 13.10.2015

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, билдәле ғалим, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре Нияз Мәжитовты күптәр шулай тип йөрөттө. Бөгөн йәмәғәтселек күренекле академикты һуңғы юлға оҙатты. Хушлашыу сараһы Башҡортостан фәндәр академияһы бинаһында үтте.

Нияз Мәжитовтың төп ҡаҙаныштарының береһе ул боронғо «Өфө-2» ҡаласығын тергеҙеүе. Уҙған быуаттың 50-се йылдар башында баш ҡала аҫтында археологик ҡомартҡы барлығы билдәле булһа ла ҡаҙыныу эштәре 2006 йылдарҙа ғына башлана һәм ул әлегәсә дауам итә. Табылған материалдар 5-16 быуаттарға ҡарағанлығы асыҡлана. Академик бығаса Көньяҡ Уралдың боронғо тарихын Себер, Кавказ, Ҡаҙағстан, Волга буйында йәшәгән халыҡтарҙың тарихынан сығып күҙаллауҙарҙы кире ҡаға. Был ерҙәр башҡорттарҙың боронғо төйәге икәнлеген асып һала.
Юҡҡа ғына, халыҡ Нияз Абдулхаҡ улын ҡомартҡылар иле батшаһы тип йөрөтмәй. Ул эҙләнгән, баҫтырған ғилми хеҙмәттәрҙең ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Әлбиттә, Нияз Мәжитов археология өлкәһендә генә түгел, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та юғары  абруй ҡаҙана. Бигерәк тә 1995 йылда - Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгәндә.
Ҡыҙыл ҡәнәферҙәр булып янған ялҡынлы хеҙмәте һәр кемдең күңелендә ныҡлы урын алды. Ғалим һалған юлды әле ул әҙерләп сығарған йөҙәрләгән уҡыусыһы дауам итә. Был эштәренә ҡарап, ысынлап та, Нияз Мәжитов үҙенә һәйкәл ҡойҙо тип әйтергә мөмкин. Шулай ҙа, ниндәй генә юғары ҡаҙаныштарға ирешеүенә ҡарамаҫтан, Нияз Абдулхаҡ улы барыбер ябай кеше булып ҡала белде. Кешелеклек, ғәҙеллек кеүек сифаты шәхестең булмышы ине, ти яҡындары.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика