Архангел районының Ҡыҫынды ауылы халҡы оло ҡыуаныс кисерҙе -  яңы иман йорто сафҡа инде 03.11.2014

Тантанала Өфөнән, яҡын-тирәләге райондарҙан дин әһелдәре, ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡыҫындыларҙың шатлығын беҙҙең хәбәрселәр ҙә уртаҡлашты.

Мәсет асыу тантанаһына тотош ауыл халҡы йыйылды. Бер-нисә йылға һуҙылған төҙөлөшкә ауылдаштарҙың һәр береһе үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Бер ҡатлы кирбес бина, ниһайәт, үҙ ишектәрен асты.
Сафҡа ингән иман йорто ауылда өсөнсөһө. Быға тиклем төбәктә башҡа тарафтарҙағы кеүек үк мәсет манараһы ҡолатылып, бина социаль үҙәккә әйләндерелә. Халыҡ ике ҡатлы элекке иман йорто бинаһына гәзит-китап уҡырға, интеллектуаль уйындарға йыйылыр булған. Һуңынан, бинаның нигеҙе таушалғас ул утынға оҙатыла.
Яңы мәсет элекке иман йорто эргәһендә сафҡа инде. Ул 2010-сы йылда төҙөлә башлаһа ла, аҡса булмағанлыҡтан эш туҡтап ҡала. Һуңынан төҙөлөш ауылдаштар, эшҡыуарҙар ярҙамында яңынан тергеҙелә. Мәсет төҙөлөшөнә тос өлөш индергән замандашыбыҙ Венер Хәсәнов уға әсәһенең исемен бирә.
Яңы иман йорто ауылға ҡот бирә тип һөйөнә ауылдаштар. Бында киләсәктә дини йолаларҙы үтәү менән бер рәттән, ғәрәп телен өйрәтеү  кеүек курстар асыу ҙа күҙаллана. Башланғысҡа нигеҙ һалынған да инде.
Ауылдарға иман нуры ҡайта.  Күккә олғашҡан манаралар ауыл халҡын әҙәпкә, тәрбиәле булыуға саҡыра. Ҡыуанысҡа, хәҙер иман йорто булмаған ауылдар һирәк тип әйтергә мөмкин. Архангел районында ғына 12 мәсет иҫәпләнә, тағы дүртәүһе төҙөлөү өҫтөндә.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика