Архангел районының Ҡыҫынды ауылы халҡы бөгөн оло ҡыуаныс кисерҙе - төбәктә яңы иман йорто сафҡа инде

Архангел районының Ҡыҫынды ауылы халҡы бөгөн оло ҡыуаныс кисерҙе - төбәктә яңы иман йорто сафҡа инде 25.10.2014

Тантанала Өфөнән, яҡын-тирәләге райондарҙан дин әһелдәре, ҡунаҡтар ҡатнашты.

Был ваҡиғаны ҡыҫындылар күптән көткән. Сафҡа ингән иман йорто ауылда өсөнсөһө. Быға тиклем төбәктә башҡа тарафтарҙағы кеүек үк мәсет манараһы ҡолатылып, бина социаль үҙәккә әйләндерелә. Халыҡ ике ҡатлы элекке иман йорто бинаһына гәзит-китап уҡырға, интеллектуаль уйындарға йыйылыр булған. Һуңынан, бинаның нигеҙе таушалғас, ул утынға оҙатыла. Яңы мәсет элекке иман йорто эргәһендә сафҡа инде. Ул 2010 йылдарҙа төҙөлә башлай һәм бер йыл тирәһе, аҡса булмағанлыҡтан, эш туҡтап ҡала. Һуңынан иман йортон  ауылдаштар эшҡыуарҙар ярҙамында тергеҙә. Мәсет төҙөлөшөнә тос өлөш индергән замандашыбыҙ Венер Хәсәнов уға әсәһенең исемен бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика