Архангел районының Баҡалды ауыл советы биләмәһенә ҡараған Тирәкле ауылында Германиянан килгән гражданин ял базаһы төҙөй башлаған

Архангел районының Баҡалды  ауыл советы биләмәһенә ҡараған  Тирәкле ауылында  Германиянан килгән гражданин  ял базаһы төҙөй башлаған 22.09.2015

Ауыл халҡы бының менән килешмәй. Инвестор килеүенә шатланырғамы?  

Тирәкле мәктәбенә ҡаршы урынлашҡан ер участкаһы ошолай ныҡлы  һаҡ аҫтында.  Тиҙҙән мәктәп эргәһендә генә ял базаһы буласаҡ икән. Быны беҙгә Герхард Фокт Йоханнес әйтте. Ул ауыл осонда ике гектарға яҡын  ер һатып алған.
Һуҙылыуы аңлашыла, ер өсөн документ юллау тиҙ башҡарыла торған эш түгел.  
Вәхитовтар ғаиләһе  һигеҙ бала тәрбиәләй. Улар әле участка алырға сиратта тора.
Баҡалды ауыл биләмәһендә ер ябай халыҡҡа һаҙлыҡлы яҡтан  бирелә, ә ситтән килгәндәргә хозур тәбиғәт мөйөшө тәтей ти улар.
Халыҡтың ғауға күтәреүе урынһыҙ, ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.Мәктәп ҡаршыһында күп балалы ғаиләләргә лә ер бүлеп биреләсәк.
Ер өсөн көрәш башҡорт илендә борондан булған, һәм туҡтағаны юҡ.  Икенсе Швейцария тип аталған хозур тәбиғәтле республикабыҙ ҡыҙыҡтырырлыҡ та шул. Туризмды үҫтереүгә үҙебеҙҙекеләр ныҡлап тотонмай икән, уны ситтәр үҙ ҡулына аласаҡ. Сөнки инвесторҙарҙы йәлеп итеү йылдан-йыл әүҙемләшә бара.  Миҙалдың ике яғы булғандай, был мәсьәләгә  бер яҡлы ғына ҡарау мөмкин түгел. Бәлки,  Инйәр  буйында урынлашҡан Тирәкле ауылында ысынлап та киләсәктә   туристар өсөн бынамын тигән  ял йорто асылыр. Ә күп балалы һәм эш юҡ тип аптырап йөрөнгән  ғаилә башлыҡтарына унда хеҙмәт урындары булыр.Тик килем артынан ҡыуғанда ла аҫабалыҡ төшөнсәһе лә ерҙә ятып ҡалмаһын ине.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика