Архангел районында тәүге күп тармаҡлы мәҙәни үҙәк барлыҡҡа килде

Архангел районында тәүге күп тармаҡлы мәҙәни үҙәк барлыҡҡа килде 15.11.2016

Ҡыҙыл Еҙем ауылы клубын, китапханаһын һәм спорт залын берләштергән бина капиталь ремонттан һуң сафҡа инде. Ошо уңайҙан төбәктә фольклор байрамы ла үтте.

Архангел районы ғорурлығы, Бөтә Рәсәй кимәлендә танылыу алған «Рус биҙәктәре» халыҡ фольклор ансамбле, йә иһә халыҡ телендә Еҙем инәйҙәре сыҡҡан ауылда күп тармаҡлы мәҙәни үҙәк сафҡа инде. Ул республика проекты ярҙамында тулыһынса төҙөкләндерелә. Хәҙер иһә мәҙәниәт усағы бер нисә тармаҡты берләштерҙе. Төбәктә йәшәүселәр йыр-бейеү түңәрәгенә лә йөрөй ала...
Балалар өсөн уйын бүлмәләре лә булдырылған. Шулай уҡ спорт, интеллектуаль уйын өсөн дә шөғөлләнер урын бар. Күп тармаҡлы мәҙәни үҙәк һуңғы йылдарҙа республиканың күп кенә төбәктәрендә асыла. Архангел районының Ҡыҙыл Еҙем ауылындағыһы иһә 31-е булып тора. Әйткәндәй, Рәсәй буйынса республика тәүгеләрҙән булып күп тармаҡлы мәҙәни үҙәк булдырған төбәк һанала.
Был йәһәттән, Ҡыҙыл Еҙемдә күп тармаҡлы мәҙәни үҙәктең асылыуы күрше ауылдарҙы ла йәлеп итте. Улар ҙа үҙҙәрендә ошондай усаҡ булдырыу яҡлы. Күңел асыу саралары уҙғарыу, һәләттәрҙе үҫтереү майҙаны булғанда йәш быуын бәлки мәҙәни мөхиттән ситләшмәҫ, заман техникаһына мөкиббән бирелмәҫ ине тип фекер йөрөтә улар.
Рәсәй Президенты Владимир Путинға арнап йырлап, пенсия күтәреүҙәрен һораған Еҙем инәйҙәре тотош илдә билдәләлек яуланы. Ауыл мәҙәниәт йорто тап улар ярҙамында яңы һулыш ала ла инде. Әйткәндәй, киләһе йылда халыҡ ансамбле үҙенең 65 йыллығын билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика