Архангел районында 1942 йылдан бирле хәбәрһеҙ юғалған тип һаналған Август Пертельсондың һөйәктәре тыуған төйәгенә алып ҡайтып ерләнде 08.05.2017

Яугирҙың һөлдә ҡалдыҡтарына һәм әйберҙәренә эҙәрмәндәр Псков өлкәһенең Фотьево ауылы эргәһендә юлыҡҡан. Иҫтәлекле көн уңайынан бөгөн район үҙәгендәге майҙанда матәм сараһы үтте.

Баҡалды ауылында тыуып-үҫкән Август Пертельсон Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк фронтҡа алына. Әммә оҙаҡ та үтмәй ғаиләһенә өсмөйөшлө хаттар килеүҙән туҡтай. Яугирҙың ҡатыны, айырыуса, ике ҡыҙы ғүмер буйы ниндәй ҙә булһа изге хәбәр көтөп йәшәй.  Ниһайәт, ярты йыл самаһы элек эҙәрмәндәр Псков өлкәһендә билдәһеҙ һалдаттың һөйәктәренә юлыға. Тикшереүҙәр барышында яугирҙың Башҡортостандан булыуы асыҡлана.    
Бөйөк Еңеү көнө алдынан хәбәрһеҙ юғалған совет һалдаты тыуған Баҡалды ауылына әйләнеп ҡайтты. Район үҙәгендә үткән матәм сараһында ҡатнашыусылар эҙәрмәндәр отряды ағзаларына оло рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Сауаплы эш ярҙамында бөгөн күп кенә хәбәрһеҙ юғалған яҡташтарыбыҙ тыуған ерҙәрендә мәңгелеккә тыныслыҡ тапты.
Әлеге ваҡытта Август Пертельсондың бер нисә туғаны, шул иҫәптән  ике ҡыҙы ла Латвияла йәшәй. Уларҙың барыһы исеменән Башҡортостанға бер туғанының улы Юрий Голубев ҡайтҡан. Эҙәрмәндәр яугирҙың табылған шәхси әйберҙәрен, шул иҫәптән каскаһын һәм үҙе ҡалдырған яҙыуҙы сит илдән килгән ейәненә тапшырҙы. Был экспонаттар артабан Баҡалды мәктәбе музейында һаҡланасаҡ.
Архангел районы Бөйөк Ватан һуғышына 9 меңдән ашыу кешеһен оҙата. Уларҙың 4700 самаһы мәңгелеккә сит тарафтарҙа ятып ҡала. Әлеге көндә һәр өсөнсө һалдат хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Август Пертельсон да 75 йыл буйы улар иҫәбендә була. Шулай ҙа «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте» ағзалары тырышлығы менән хәбәрһеҙ юғалған һалдат  тыуған төйәгендә ерләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика