Архангел районы үҙәгендә йәшәүсе Пьяновтар Яңы йылдан мөғжизә көтә

Архангел районы үҙәгендә йәшәүсе Пьяновтар Яңы йылдан мөғжизә көтә 15.12.2015

Пьяновтар ғаиләһенең  өлкән ҡыҙҙары Юлия тыумыштан йөрәк сиренән яфалана. Юлия үҙе һаулығын яҡшыртып, башҡа тиҫтеhҙәре кеүек тулы тормош алып барыу хаҡында хыяллана. Ҡыҙға йәшәү өсөн кәрәкле йөрәк, үпкәләр һәм бауырҙы Һиндостан табиптары күсереп ултыртырға вәғәҙә итә.

Юлия Пьянова тыумыштан йөрәк сиренән интегә. Йөрәк ҡарынсыҡтары араһындағы етешһеҙлек ҡыҙҙың һаулығын көндән-көн ҡаҡшата. Юлия алты йәшенә тиклем башҡала кардиологтарында күҙәтелә. Улар ата-әсәне: «Ҡыҙығыҙҙың һаулығы ҡәнәғәтләнерлек» тип ышандыра. Осраҡлы рәүештә икенсе табипҡа күренеүҙәре була, ҡыҙҙы шунда уҡ операцияға йүнәлтәләр.

Виктор Пьянов, Юлиәнең атаһы: «Ҡыҙыма алты йәшендә операция яһанылар. Ҡарансыҡтарға махсус бүлем тектеләр. Әммә һуңынан үпкә гипертензияһы тигән диагноз ҡуйҙылар. Был ауырыу һуңғы йылда артыҡ көсәйеп китте».

Операциянан һуң ун һигеҙ йәшенә тиклем Юлияның хәле насар булмай. Сығарылыш синыфында һаулығы насарая башлай. Ҡыҙ ун беренсе синыфты йорт шарттарында тамамлай. Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып , бишле билдәләре менән тулы өлгөргәнлек аттестаты ала.

Алты йәшлек Арсений апаһы Юлияны әлегә бик һирәк күрә. Әсәһе апаһын аяҡҡа баҫтырырға ярҙамлаша. Йорт һәм бәләкәй улын бағыу ғаилә башлығы иңдәрендә.

Архангел районы хакимиәте Пьяновтар ғаиләһендә ҡыҙҙары Юлияның һаулығы менән бәйле аяныслы хәл тураһында хәбәрҙар. Ошоға тиклем райондың социаль бүлеге ҡиммәтле дарыуҙар алыу мәсьәләһендә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙып килгән.

Яңы йылдан Пьяновтар мөғжизә көтә. Уларҙың бар теләге -ҡәҙерле ҡыҙҙары Юлияне һауыҡтырыу.

Түбәндәге реквизиттар буйынса Юлия Пьяноваға эске органдарҙы ултыртыуҙа матди ярҙам күрһәтеү мөмкин :

155 000 $(10 488 819 һум)

Рәсәй һаҡлыҡ банкындағы Юлия Пьянова исеменә иҫәп: 4276 0600 1638 1041

Яндекс-Янсыҡ 410013795926774

Киви-Янсыҡ +79613557697


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку