Ҡариҙелдең ҡара урмандары йәки тәбиғәткә вәхшиҙәрсә ҡараш 12.05.2016

Төбәк халҡы ҡуртымға алынған урман участкаларында тәртипһеҙлеккә зарлана. Эшлекле ағас сығарыла, ҡалдыҡтар таҙартылмай.

Рафаэль Бикбулатов тәбиғәтә ғашиҡ кеше. Яңыраҡ ул шау-шаулы ҡаланы ауылға алмаштырған. Ҡариҙел районы Сиҙәш ауылынан йорт һатып алған. Әммә урманға сыҡҡан һайын кәйефем ҡырыла, тәбиғәт байлығын вәхшиҙәрсә талауға әсенәм тип зарлана егет.
Элек һуйыр уйнаған аҡланды сытыр баҫҡан, ҡондоҙ быуаларына ағас ҡалдыҡтарын этеп төшөргәндәр. Урманды ҡуртымға алыусылар, биләмәләр өсөн бөтөнләй яуаплылыҡ тоймай тип зарлана халыҡ. Эшлекле ылыҫлы ағастар сығарыла. Япраҡлы  урман сүп-сараға әйләнә.
Ҡырҡылған ағастар был аҡланда ике йыл самаһы ята тип билдәләй егерҙар. Ҡайын, йүкә, уҫаҡ олондары күптән инде серей башлаған. Урман ҡырҡыусыларға улар хәҙер бөтөнләй кәрәкмәй.
Урманды ҡуртымға алыусыларҙан урындағы халыҡ та зарар күрә. Бесәнлектәр тәләфләнә, һунар биләмәләренән йәнлек ҡаса. Әммә эшҡыуарҙар менән бәхәсләшмәүҙе хуп күрә улар. Төбәктә төп эш биреүселәр тап урман сәнәғәтселәре.
Төбәктә урман биләмәләрен ҡуртымға алыусы ойошмаларҙың береһе - Ҡариҙел урман сәнәғәтселәре берлеге. Уның ағзаһы,  шәхси эшҡыуар Азат Карамов менән осрашыу форсатын таптыҡ. Ул беҙгә үҙе ҡуртымға алған биләмәләргә яуаплы ҡарауы тураһында бәйән итте. Диләнкә таҙартыла, ҡырҡылған урман яңыртыла тине  эшҡыуар.
Егерь Виталий Черепанов Ҡариҙел һунарсылыҡ биләмәләре өсөн яуаплы. Урманды тәләфләү хайуандар донъяһына ҙур зарар килтерә тип билдәләй ул. Яңыраҡ егерь йәнлектәр өсөн шишмә ҡаҙҙырған. Әммә береһе уның үҙәнен ағас ҡалдыҡтары менән бысратҡан.
Законға ярашлы, урман биләмәһен ҡуртымға алыусы уның өсөн тулы яуаплылыҡ тойорға тейеш. Әммә Ҡариҙел районында сәнәғәтселәрҙең байтаҡ өлөшө был төшөнсәнең мәғәнәһен тәбиғәттән табыш алыуҙа ғына күрә. Урман һаҡсылары фекеренсә, килем артынан ҡыуып тыуған төйәгебеҙҙең байлығын күрәләтә  тәләфләү киләсәк быуын тамырҙарына балта менән сабыуға тиң.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика