Ҡариҙел районында ике көн урман ҡырҡыусылар ярышты 15.08.2015

Урман ҡырҡыусыларҙың асыҡ региональ чемпионаты республиканың урман сәнәғәтселәре, Урман хужалығы министрлығы, Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы Ҡариҙел районы хакимиәте менән берлектә ойошторолдо.

Урман йығыусылар ярышы ике көн буйына дауам итте. Ысын мәғәнәһендә, урман эшен төплө белгән оҫталар  ярышына әүерелде. Рәсәй чемпионатының төбәк этабы Ҡариҙелдә осраҡлы ғына ойошторолмаған. Ҡариҙел элек-электән урман сәнәғәте үҫешкән төбәк булараҡ дан алған.
2004 йылда районда республикала тәүгеләрҙән булып урман сәнәғәтселәренең ассоциацияһы ойошторола. Был ойошмаға райондың утыҙҙан ашыу ағас эшкәртеү предприятиеһы ҡарай.
Ҡариҙел урман хужалығы ассоциацияһы урман эшендә булған кәмселектәрҙе асыҡлай, урман йығыуҙа тәртип булдыра һәм хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймай. Туризм, ауыл хужалығы ла булған төбәктә урман сәнәғәте – иң алдынғы тармаҡ. Төбәк чемпионатын да улар юғары кимәлдә ойоштора алған.
Байрамға килгән халыҡ урман йығыусыларҙың эше менән яҡындан таныша алды. Оҫталар ҡулына күҙ эйәрмәй. Мотобысҡының сылбырын алыштырыу, автомат йыйығанда кеүек, теүәл һәм ышаныслы хәрәкәттәр менән башҡарыла. Ә был майҙанды аҫтан-өҫкә түмәрҙе урталай киҫеү оҫталығында көс һынашалар. Бысҡы тигеҙ һәм шыма ҡырҡырға тейеш. Һәр урман йығыусының хыялы  юғары – оҫталыҡҡа ирешеү. Ярышты баһалаусы судъялар ҙа уларҙың эшен ғәҙел баһаларға ынтыла.

Ә ниндәй ярыш урман тейәүселәрһеҙ үтһен. Бында ярышыусыларҙан  пульт менән идара итеүҙә айырым оҫталыҡ талап ителде. Һәр кем тейешле квадратта бүрәнә киҫәктәрен тигеҙ өйөү буйынса маһирлығын күрһәтте. Нисек кенә булмаһын, урман тейәүҙә теүәллек һәм иғтибар ҙа мөһим.
Республика конкурсында ҡатын-ҡыҙҙар юҡ кимәлендә, әммә беҙҙең өләсәйҙәр һуғыш дәүерендә урман эшендә әүҙем ҡатнашҡан. Улар бөтәһен дә ҡул эше менән башҡарған. Ә бөгөн – урман ҡырҡыусылар ошондай ҡеүәтле мотобысҡылар менән ҡоралланған һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәй.  
  Балта оҫталары көс һынашҡан майҙанда ла таһыллы ир-ат йыйылған. Улар дүрт сәғәт эсендә ыҡсым бура төҙөп ултыртырға тейеш. Ике көн буйына барған ярыш ҡыҙыҡлы конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Чемпионат урмансыларҙа сәм генә уятып ҡалмай, артабан да тырышып эшләргә этәргес бирҙе.  
Урман йығыусыларҙың төбәк  чемпионатында Белорет районының урман хужалығы  – беренсе, Ҡариҙел урмансылар союзы  – икенсе, «Башлеспром» яуаплығы сикләнгән йәмғиәт өсөнсө урын яуланы.  Ҡазанда үтәсәк бөтө Рәсәй урман йығыусылар чемпионатында Башҡортостан данын  белореттар  яҡлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика