Ҡариҙел районында Бөрө-Таҫтүбә-Һатҡы юлы төҙөлә башланы 20.01.2017

Район үҙәген М-5 трассаһы менән тоташтырасаҡ  юлды ҡариҙелдәр күптән көткән. Ҡариҙел ауылы менән төньяҡ-көнсығыш төбәк араһындағы урау юл икенсе ярҙа йәшәүселәрҙең тормошон күпкә еңеләйтер тип күҙаллана.

Урау юл менән Ҡариҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшөнә республика һәм федераль ҡаҙнанан 1  миллиард 700 мең  һум аҡса бүленгән. Быуаттар буйына көтөлгән уңайлыҡ ниһайәт, тормошҡа ашырыласаҡ. Күперҙең оҙонлоғо 300  метрҙан ашыу буласаҡ. Башҡортостан юл төҙөүселәре эште сифатлы һәм ҡыҫҡа ваҡыт арауығында башҡарып сығырға вәғәҙәләй.
Фаат Хәлитов, Башҡортостан юл төҙөлөшө дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры: «Был республика өсөн бик мөһим объект. Әлеге ваҡытта өс эксковатор, ике каток машинаһы эшләй. Юл күтәртелә, 23 метр бейеклектә төҙөләсәк  күпер өсөн заманса ныҡ торбалар ҡулланыла. Таулы урындағы төҙөлөштә бөтә нормативтар ҙа теүәл үтәләсәк».
Йылғаның икенсе ярындағы Абыҙ, Ҡараяр һәм башҡа  ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ  өсөн яҙлы-көҙлө район үҙәгенә дауаханаға йәки башҡа йомоштарын үтәү өсөн килеү ҙур бәләгә тиң була. Мәктәп уҡыусыларына фәнни олимпиадаларға йөрөү мөмкинлеге булмай. Ҡариҙел йылғаһы аша яңы күпер һалыныуы - юлһыҙлыҡ проблемаһын хәл итәсәк.
Ҡариҙел йылғаһы аша хәрәкәт итеү өсөн хеҙмәт иткән пантон күпер ҡышҡыһын алына. Ауыр йөк тейәгән машиналар  боҙ кисеүенән йөрөй. Йәйәүлеләр өсөн айырым һуҡмаҡ бүленгән. Яңы башланған юл төҙөлөшө ике ярҙы  тоташтырып ҡына ҡалмай, район иҡтисадын үҫтерергә лә ярҙам итәсәк.
Ҡариҙел аша күпер төҙөлөүе төньяҡ-көнсығыш төбәктә йәшәүсе халыҡтың тормошон еңеләйтәсәк. Туғыҙ саҡрым урау юл урман етештереүселәргә лә ҙур мөмкинлектәр аса. Тиҙҙән бында пантон күперҙең, катер һәм паромдарҙың да кәрәге булмаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика