Ҡариҙел районы күберәге урман хужалығы менән билдәле

Ҡариҙел районы күберәге урман хужалығы менән билдәле 27.08.2014

Шул уҡ ваҡытта уны баллы төбәк тип әйтеү ҙә дөрөҫ булыр ине. Йүрүҙән буйы ауылдары  йүкә балы менән дан тотһа, ялан яҡтар  сәскәнекен  күпләп етештерә.

Районда бал йәрминкәһе үткәреү матур йолаға әйләнгән. Быйылғы йәй күпселек райондар өсөн ямғырлы булһа ла, тәжрибәле умартасылар юғалып ҡалманы. Бар иғтибарын тиерлек бал ҡорттарына бүлеп, юғары сифатлы продукция алыуға иреште. Районда бөгөн ун меңләп умарта бар. Боронғо шөғөлдө үҙ итеүселәр йәрминкә барышында ысын мәғәнәһендә оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Умартасыларҙың артыуы балды һатыуҙа ауырлыҡ тыуҙырырға тейеш түгел, башҡорт балына сит илдә лә ихтыяж юғары.
Мәжит Әхмәтов, умартасы: «Район үҙәгендә умарта тотоуы еңел түгел, Ҡариҙел бик ҙур. Шуның өсөн йәй умарталарҙы яландарға, йүкә урмандары күп булған Дыуан районы яғынараҡ алып китәбеҙ».
Йәрминкә ойоштороуҙағы төп ниәтебеҙ - умартасыларға ярҙам итеү, башҡорт балын сит илдәргә тиклем алып барып еткереү, тип билдәләй Ҡариҙел районы хакимиәте етәкселеге. Ҡариҙел, Яугилде, Артакүл һәм Яңы Бәрҙәш ауыл хакимиәттәре умартасылары иң яҡшыларҙан тип баһаланды. Йәйҙең сағыу байрамына Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов менән Рәсәй Геройы Владимир Алимов та тамаша ҡылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика