Ҡарбуз байрамы

Ҡарбуз байрамы 15.09.2014

Өфөлә ҡарбуз  тәгәрәтеү буйынса чемпионат үтте. Уны «Спутник ФМ» радиостанцияһы «Жизнь» гәзите менән берлектә ойошторҙо.

Чемпионатта 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар ҡарбузды тиҙлеккә ашау буйынса ярышты, татлы емештең һутын тәмләне. Кескәйҙәр араһында ла бәйге ойошторолдо. Балалар емеште кемуҙарҙан тәгәрәтте. Иң ҡыҙыу ярыш һырғалаҡта булды. Ҡарбуз күтәреп баҫҡыс аша үтеү, уны коляскала йөрөтөү, сәпкә атыу һәм башҡалар. Бәйгенең бер шарты - трассаны үткәндә емеште төшөрөргә ярамай. Әгәр ул ярылһа, уйынсы чемпионаттан сыға.

Галина Морозова, «СПУТНИК ФМ» радиостанцияһы алып барыусыһы: «Байрам өсөн 100 ҡарбуз һатып алынды. Улар ентекле һайланды, емештең ауырлығы 3-5 килограмдан артмаҫҡа тейеш ине. Сөнки ир-егеттәргә лә, ҡатын-ҡыҙҙарға ла уны тотоп йүгерергә кәрәк. Чемпионат трассаһы -  45 метр. Ҡатнашыусы 10 ҡаршылыҡты үтә».

Сарала ҡатнашыусылар буш ҡул менән ҡайтманы. Улар ҡарбуз символикаһы менән блокнот, ручка, кулинария китаптары, картингта йөрөү өсөн сертификат, күңел асыу паркына саҡырыу һәм, әлбиттә, ҡарбуз алып ҡыуанды. Быйыл беренсегә ойошторолған үҙенсәлекле байрам күңел күтәренкелеге бүләк итте. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку