Ҡарауһыҙ ҡалдырылған эт өсөн 25 мең һум

Ҡарауһыҙ ҡалдырылған эт өсөн 25 мең һум 30.03.2015

Ғинуарҙа Баҡалы районында йәшәүсе биш йәшлек малайға эт ташланғайны. Бала төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Уның ата-әсәһе прокуратураға мөрәжәғәт итә. Ошо көндәрҙә суд ҡарары буйынса  йорт хайуаны хужаһына зыян күреүсегә компенсация түләтеү йөкмәтелде.

Өфө ҡотҡарыусылары ла һуңғы арала берәҙәк эттәрҙең әүҙемләшеү ихтималлығын иҫкәртә. Ни өсөн тигәндә, яҙ был хайуандарға кире тәьҫир итә, улар уҫаллаша. Шуға кешегә ташланыу  хәүефе лә көсәйә. Баш ҡалала берәҙәк хайуандар менән Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ унитар предриятиеһы шөғөлләнә. Ләкин улар берәҙәк икәне күренеп торған хайуандарҙы ғына аулай. Былтыр предприятие белгестәре 10 меңгә яҡын хужаһыҙ этте тотҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку