Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә

Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә 29.07.2014

Башҡортостанда иғлан ителгән «Герой балалар» марафоны тамамланды. Бөгөн еңеүселәргә республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы. Әңгәмәләшеү формаһында үткән осрашыуҙа тиҫтәнән ашыу үҫмер төбәк башлығына үҙ ваҡиғаһын һөйләне, еңеүҙәре менән бүлеште.

Оҙайлы ултырыштар урынын мауыҡтырғыс хикәйәләр, ҡағыҙ-ҡәләмде сәй һәм тәмлекәстәр алыштырҙы. Кәңәшмәләр залында Республика башлығы ведомство етәкселәрен түгел, ябай балаларҙы ҡабул итте. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, күптәренең күкрәгендә миҙал ялтырай. 11 уҡыусы араһында кеше ғүмерен ҡотҡарыусылар, енәйәт эшен асырға ярҙам итеүселәр бар. Никита Баранов иң йәш геройҙарҙың береһе. Урамда уйнап йөрөгәндә малай 3 йәшлек сабыйҙың һыу тулған тәрән соҡорға ҡолауын күрә. Оҙаҡ уйлап тормай ҡыйыу үҫмер  ярҙамға ташлана.  
Үҙҙәре бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, йәш геройҙар оло йөрәкле булыуҙарын иҫбат иткән. Юлиә, Данил һәм Янис тап шундайҙарҙан.  Мартта спорт майҙансығында  муйыны арҡанға уралып аҫылынып торған малайҙы шаяра тип уйлап дуҫтар һүҙ ҡуша. Әммә яуап булмай. Хушһыҙ малайға тәүге ярҙам күрһәтәләр.  Туймазы егете Виталий Черепанов күлдә батып барыусы баланы күрә. Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, егет  ярҙамға ташлана. Ярға сығарғас, тәүге ярҙам күрһәтә. Осрашыуға килеүсе һәр кемдең батырлығы маҡтауға лайыҡ, әммә үҫмерҙәр үҙҙәрен герой тип һанамай.
Ғәҙәттән тыш хәлдә  юғалып ҡалмаған, ауыр сирҙе еңергә көс тапҡан  ҡыҙҙар һәм малайҙар төбәк башлығы ҡулынан наградалар алды.  Бындай батырлыҡҡа таҙа күңелле, ышаныслы кешеләр генә һәләтле, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Осрашыу һуңында геройҙар иҫтәлеккә фотоға төштө. Ысын йондоҙҙар балаларға ғына хас эскерһеҙлеге менән батырлыҡтары хаҡында журналистар менән бүлеште.
Осрашыу наградалар һәм рәхмәт хаттары менән генә тамамланманы. Йәш геройҙарға Ҡырымға путевкалар ҙа тапшырылды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар яңы уҡыу йылы башланыр алдынан өс аҙна диңгеҙ буйында ял итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку