Ҡар менән ҡуша асфальт та ирей

Ҡар менән ҡуша асфальт та ирей 29.02.2016

Яҙ еттеме Рәсәйҙә юл мәсьәләһе киҫкенләшә. Интернетта был хаҡта  шаяртыуҙар ҙа, көлкөлө генә түгел, аяныслы  фотоһүрәттәр ҙә  арта. Юл аҙабы тураһында киләһе яҙмала.  

Был видеояҙманы беҙгә баш ҡаланың Эшсе хәбәрселәр урамында йәшәүселәр ебәргән. Бындай хәл йыл һайын ҡабатлана тип билдәләй улар. Яҙ еттеме урамдан үтеүсе автомобилдәрҙең двигателенә һыу үтеү ҡурҡынысы янай. Ә ремонт 100 мең һумға етеүе ихтимал.
Ә бына Максимовка ҡасабаһында йәшәүселәрҙе юлдарҙың соҡор-саҡырлы булыуы борсой. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был тик уларҙың ғына бәләһе түгел, ләкин бында йәшәүселәр үҙҙәренә бөтөнләй иғтибар бүленмәүенә зарлана.  
Бынан тыш, урындағы халыҡ урамдарҙа тротуарҙарҙың булмауына зарлана. Ошо сәбәпле йәйәүлеләр ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып оло юлдан йөрөргә мәжбүр.
Ҡыҫҡаһы, халыҡ ахыр сиккә еткән. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмә, юл булыр, эшләрбеҙ, әле сиратығыҙ килеп етмәгән тигән яуап алабыҙ, ти улар. Ә үҙгәреш юҡ.
Ҡала хакимиәте Өфөнөң төньяҡ өлөшө иғтибар үҙәгенән төшөп ҡалыуын таный, киләһе ике йылға был яҡтарҙы үҫтереү буйынса саралар планы ла ҡабул ителгән. Шул уҡ ваҡытта һирәк булһа ла юлдарҙ төҙөкләндерелә, тип билдәләй хакимиәт вәкилдәре.
Рената Сәләхова, Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе: «Максимовкала һуңғы ике йылда бер нисә урамға асфальт һалынды, шулай уҡ Тбилиси һәм Яңы Максимовка урамдарына ҡом түшәлде. Соҡорҙар даими рәүештә ямала».
Ә әлегә Максимовкала йәйәүлеләр ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып юл ситенән йөрөй, улар өсөн иң ҙур бәхет тәгәрмәстәрҙән  һыу сәсрәмәүе. Ә автоһәүәҫкәрҙәр тимер аттары ҡойолоп бөтмәһен ине тип борсола.
Максимовкала аҙыҡ-түлек һатыу менән бер рәттән шиномонтаж иң килемле кәсептәрҙең береһе. Урындағы тәгәрмәс йүнәтеүселәрҙең бокстары бер ваҡытта ла тиерлек буш тормай. Ҡар ирей башлау менән уларға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бермә-бер арта. Һәм яҡын арала был тенденция үҙгәрергә оҡшамай.
Ң

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика