Ҡар  менән асфальттың  да иреүендә  кем ғәйепле? 24.03.2016

Быйыл халыҡтан юлдарҙың насар хәлдә булыуына ризаһыҙлыҡ белдергән ялыуҙар туҡтауһыҙ ағыла. Властәр был өлкәлә етди тикшереү башланы. Юлдарҙың торошон баһалауға Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ла ҡушылды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та юл һалыусы подрядсы ойошмаларға, яуаплы вәкилдәргә иҫкәртмә яһаны. Киләһе яҙма бөгөн иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе тураһында.

Тәгәрмәстәрҙе юҡҡа сығырыусы ошондай соҡорҙарҙы һәр урамда осратырға мөмкин. Машиналарҙың ҡала урамдарындағы хәрәкәтен компьютер уйыны менән сағыштырырға була. Һәр водитель соҡорҙарҙы урап үтергә тырыша. Юғиһә, юл фажиғәһенә тарырға мөмкин. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты тикшереү барышында тиҫтәләгән хәүефле урындарҙы махсус картала билдәләп ҡала хакимиәтенә тапшырҙы.
Николай Фадеев Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы эш төркөмө етәксеһе: «Баш ҡаланың көнъяҡ өлөшөндә юлдарҙың 30 проценты таушалған тип әйтергә мөмкин. Ә төньяғында, Калинин, Орджоникидзе райондарында юлдар насар. Уларҙы яҡын арала ремонтлау талап ителә. Беҙгә килгән ялыуҙар барыһы ла теркәлгән.  Проблеманы хәл итеү өсөн, ҡала хакимиәтенә тапшырылған мәғлүмәттәр нигеҙендә, ремонт графигын көтәбеҙ. Ул киләһе аҙнаға әҙер булырға тейеш».
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный  подрядсы ойошмалар менән осрашыуында ла ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Былтыр тикшереүҙәр барышында уларҙың юл һалғанда дәүләт нормативтарынан тайпылып, ҡағиҙә боҙоуҙары асыҡланған. Ошондай иҫкәртмәләр йөҙҙән ашыу. Бынан тыш, подрядсы ойошмалар уларға иғтибар итмәгән. Етешһеҙлектәр төҙәтелмәгән.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов  Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа Хөкүмәт эшмәкәрлеге буйынса үткән пленар ултырышта ла юлдарҙың сифатһыҙ һалыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Халыҡтың ялыуҙарына Республика Башлығы иғтибар йүнәлтеү менән, юлдарҙа ремонт эштәре башланды. 1 июнгә тиклем баш ҡаланың бар урамдары ла тәртипкә килтерелергә тейеш.  Беҙ юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса эш барышын күҙәтеп барасаҡбыҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика