Ҡарҙар ирей һыу таша, подъезд ишеген баҫа

Ҡарҙар ирей һыу таша, подъезд ишеген баҫа 11.04.2017

Республика ҡала һәм ауылдарында яҙғы сыуаҡ көндәрҙең тәүге эҙемтәләре билдәле була башланы. Урамдарҙа әҙәм үтә алмаҫлыҡ күләүектәр хасил булды. Миҙгел диңгеҙҙәрендә хатта балыҡ тотоусылар ҙа табылды.

Нефтекама ҡалаһында йәшәүселәр балыҡ тотоу миҙгелен урам күләүектәрендә асып ебәрҙе. Яҙғы гөрләүектәрҙән йыйылған һыуға ағып китер өсөн урын юҡ. Һөҙөмтәлә юл аша сығыу ҙа ҙур бәләгә әйләнә. Балыҡ тотоу акцияһын Нефтекама халҡы мәсьәләге иғтибар итеү теләге менән ойошторҙо.
Ә был инде Өфөнөң Сипайлово биҫтәһе. Ҡар ирей, һыуҙар таша,подъезд ишеген ҡаға тип шаярта урындағы халыҡ. Миҙгел диңгеҙенә биҫтәлә йәшәүсе  Ринат Байбурин да фәлсәфәүи ҡарашта.
Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ихаталарҙағы күләүектәрҙе таҙартыу яҡлы. Был эш өсөн улар һыу ағыҙыу улаҡтарын таҙарта. Уларҙың күбеһенә ләм, ҡом, ағас япраҡтары, сүп-сар тығылған. Шуғала урам һайын йөрөп дренаж системаһын сафҡа индереү шарт.
Баш ҡала янында урынлашҡан Волков ауылы халҡына иһә йорттарын һыу баҫыуҙан үҙҙәренә һаҡларға тура килә. Урындағы эшҡыуарҙарҙың береһе йылға үҙәнен үҙгәртергә булған. Һөҙөмтәлә һыу юл һәм баҡсаларҙы баҫа башлаған.
Белгестәр фекеренсә, был күренештәр киләһе ташҡындың тәүге ауазы ғына. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса быйыл Өфө эргәһендәге йылғалар 8-9 метрғаса күтәрелеүе ихтимал. Шуға ла барлыҡ хеҙмәттәр ҙә әле әҙерлек һыҙығына ҡуйылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика