«Аполлинария» йөҙөүгә сыға

«Аполлинария» йөҙөүгә сыға 01.10.2015

Бөгөн Ағиҙелгә Благовещен суднолар төҙөү заводында етештерелгән баржа төштө. Ул нефть продукттарын ташыу өсөн тәғәйенләнгән, һәм буксир ярҙамында хәрәкәт итә. Был Башҡортостанда етештерелгән икенсе судно, һәм шулай итеп төбәктә яңы производство барлыҡҡа килде тиеү ҙә хата булмаҫ.

Һәр нәмәнең үҙ тәртибе булған кеүек, яңы карапты һыуға төшөрөү тантанаһын шампан шешәһен ватыуһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Благовещендың суднолар ремонтлау заводы баржа корпусы өҫтөндә эштәр тамаланыуҙы ла еренә еткереп билдәләне. Шатланыр өсөн сәбәп тә бар. Заказ биреүсе һөҙөмтә менән ҡәнәғәт.  
Александр Матвеев, «Волгатрансервис» ойошмаһы етәксеһе: «Беҙ инде икенсе баржабыҙҙы ҡабул итәбеҙ. Эштең сифаты, уларҙы теүәлләү ваҡытына дәғүәбеҙ юҡ. Финанс мөмкинлек булһа, тағы бер баржаға заказ бирергә иҫәп тотабыҙ».
Благовещен ҡалаһының суднолар етештереү заводы өсөн был яңы тәжрибә. Элек башлыса ремонт эштәре менән көн иткән предприятие 5 мең тоннанан ашыу йөк ташый алыусы баржа етештереү өсөн модернизация кисергән. Был инде ошо кластағы икенсе судно булыуын иҫәпкә алғанда, һайланған йүнәлеш дөрөҫ тип әйтергә мөмкин.
Баржаны һыуға төшөрөү иретеп-йәбештереү эшендә киткән етешһеҙлектәрҙе асыҡлау мөмкинлеге бирә. Бөтә табылған тишектәр шунда уҡ ямала, ләкин был әле тик корпус ҡына. Судно эшкә тотонғансы байтаҡ ҡына ваҡыт үтергә тейеш. Хәҙер баржаға нефть продукттарын тейәү һәм бушатыу өсөн кәрәк насостар, торбалар һәм башҡа ҡоролмалар ҡуйырға кәрәк. Заводтағылар бөтә эштәрҙе киләһе яҙға теүәлләргә иҫәп тота.
Былтыр һыуға төшөрөлгән «Ника» баржаһы инде тулыһынса әҙер тиергә була. Әле судно һуңғы һынау үтә. Тикшереү тамамланғас ул Волга буйлап йөк ташый башлаясаҡ. Әйткәндәй, был баржалар йылға-диңгеҙ класына ҡарай.
Яңы баржалар иң ҡаты талаптарға яуап бирә. Корпус ике ҡатлы, шуға ла ниндәйҙер сәбәп менән тишек барлыҡҡа килгән осраҡта нефть продукттары ағып сығып тәбиғәтте бысратмаясаҡ. Шулай уҡ суднолар парҙа эшләүсе ҡаҙанлыҡ, хәүефһеҙлек системалары менән йыһазландырыла. Был өҫтөнлөктәр заказдарҙың күп булыуына килтерер тип ышана заводтағылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку