Аныҡ маҡсат реаль эштәр ярҙамында тормошҡа аша

Аныҡ маҡсат реаль эштәр ярҙамында тормошҡа аша 29.07.2016

Ейәнсура районында йәшәүсе халыҡ мөрәжәғәтенән сығып тиҫтәләрсә проблема ыңғай хәл ителгән. Төбәктә проект 15 обьектта ғәмәлгә ашырылған.

Новопетровское ауылы мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре яңыртыла. Әле эшселәр иҫкеләрен алмаштырыу менән мәшғүл. Эште улар сентябргә тиклем тамамларға ниәтләй.

Ә Таҙлар ауылы мәҙәниәт йорто тәҙрәләр алмаштырылған. Улар  әллә ҡайҙан уҡ ялтырап күренеп тора.  Улар  шулай уҡ урындағы халыҡ башланғысынан сығып эшләнгән. Ауылдаштар мәктәп, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын төҙөкләндереү кеүек мәсьәләләрҙе күтәреп сыға. Мөрәжәғәттәр һаны буйынса мәҙәниәт йорто иң күп тауыш йыя. Ҡасандыр үтәнән үтә ел өрөп торған тәҙрәләре, йылытылмаған һыуыҡ бинаны хәҙер танырлыҡ та түгел.

Проект ярҙамында Ейәнсура районында барлығы 15 объекта аныҡ эштәр башҡарылған. Әлбиттә, ауыл мәҙәниәт йорто ҡыйыҡ, тәҙрәләре алмаштырылып ҡына ҡалмаған, Абзан ауылы мәҙәниәт учреждениеһына мәҫәлән, сәхнә косюмдары һатып алынған, ә Үрге Муйнаҡ ауылы мәҙәниәт йорто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташлырылған. Әлбиттә, эшләһе эштәр байтаҡ әле. Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтенә башҡарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика