Ҡануниәттәге етешһеҙлекме, әллә мутлашыумы?

Ҡануниәттәге етешһеҙлекме, әллә мутлашыумы? 26.05.2015

Башҡортостандың Конституция суды фатир хосусилаштырыу положениеһының республиканың төп законына тура килеү-килмәүен тикшерә. Юғары суд органына Өфөлә фатир һатып алыусы Дмитрий Порозов мөрәжәғәт иткән.

2010 йылда ул баш ҡалала йәшәүсе Сәфәр Ҡараҙбаевтан  бүлмә һатып алған. Ул мәлдә торлаҡ милексеһе  берәү генә була. Әммә, һуңынан фатир һатыусының ҡатыны  бәлиғ булмаған балалары булыуын һәм һатыу-һатып алыу килешеүен ғәмәлдән сығарыуҙарын һорай. Юғары суд был мөрәжәғәтте ҡәнәғәтләндерә. Дмитрий Порозов  фатирҙан да аҡсанан да ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал. Хәҙер ул фатирҙы хосусилаштырғанда балаларын күрһәтмәгән Ҡараҙбаевтың ҡылығының законлығын тикшертә.
Фәрит Яруллин, дәғүәсе вәкиле: «Торлаҡ  хосусилаштырыу тураһындағы положениела бәлиғ булмаған ғаилә ағзаларын мотлаҡ күрһәтеү тураһындағы пункт юҡ.   Әммә уларҙың барлығын белгертеү кәрәктер тип һанайбыҙ. Кире осраҡта был алдан уйланылған мутлашыу килеп сыға. Конституция суды ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә тейештер. Юғиһә, һәр һатыусының да һуңынан бәлиғ булмаған балалары килеп сығып фатирын кире талап итеүе бар».
Ултырышта  баш ҡала һәм республика власть органдары, хоҡуҡ белгестәре һәм юғары уҡыу йорттарының юридик факультеты  студенттары ҡатнашты. Конституция суды дәғүәне  кәм тигәндә ике ай ҡараясаҡ. Уларҙың ҡарарынан һуң ҡануниәткә үҙгәрештәр инлдереләсәкме-юҡмы икәнлеге билдәләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку