Ҡандракүл тәбиғәт паркында балыҡ тотоу буйынса республика чемпионаты үтте  08.04.2015

Сарала Башҡортостандан, Татарстандан, Киров өлкәһенән,  Ырымбурҙан, Ижау ҡалаһынан һәм  Һамарҙан  килгән егерме команда   ҡатнашты.  Тәжрибәле балыҡсылар  ҙа,  шөғөлдө яңы ғына үҙләштереүселәр ҙә сәмләнеп ярышты. Ҡағиҙә  буйынса тур аҙағына тиклем ҡатнашыусы бер генә ҡармаҡ менән ҡуллана ала. Еңеүсе булып  иң күп  балыҡ тотоусы һанала.   Балыҡтың бәләкәйе лә, ҙуры ла иҫәпләнә.

Петр Терехов,  чемпионатта ҡатнашыусы /Стәрлетамаҡ ҡалаһы/: «Ярыш бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс. Бында тәжрибәле балыҡсылар ҙа , йәштәр ҙә бар, уларҙы балыҡ спортына өйрәнһендәр, тип алып килдек».  
Руслан Комисаренко, чемпионатта ҡатнашыусы  /Ҡазан ҡалаһы/: «Мин Ҡазандан килдем. Балыҡ спортына ылығыуыма  бишенсе йыл. Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ярыштарға йөрөп торабыҙ. Күл бик матур. Балыҡ һәйбәт ҡаба».
Ике турҙан торған чемпионат өс сәғәт буйы барҙы. Беренселекте Башҡортостан командаһы яулаһа, икенсе һәм өсөнсө урындарға Киров өлкәһе  һәм Ҡазан-Питер йыйылма командалары сыҡты. Шәхси иҫәп буйынса, тәүге урынды Ижау ҡалаһынан килгән  балыҡсы  алды, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Башҡортостан егеттәре бүлеште. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, кубоктар, миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды. Чемпионат аҙағында балыҡсылар бергәләшеп фотоға төштө. Улар быйыл  декабрҙә  осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика