Алжирҙан Башҡортостанға - инглиз телен өйрәтергә

Алжирҙан Башҡортостанға - инглиз телен өйрәтергә 12.02.2018

Тыуған яғында билдәле фотограф, журналист, төп һөнәре буйынса уҡытыусы Рәхим Хаддуш «AIESEC» йәштәр программаһында ҡатнашып, Өфөнөң 82-се урта мәктәбендә өс аҙналыҡ стажировка үткән. Үҫмерҙәр өсөн дәрестәрҙе ул ҡыҙыҡлы ойоштора, лекцияларын тематик яҡтан байыта. Башлыса илдәрҙең иҡтисади хәле, экология проблемалары хаҡында һөйләй. Стажировка барышында Рәхим Хаддуш Ғафури районы белем усаҡтарын да урап сыға, республика тәбиғәте, иҫтәлекле урындар менән таныша. Бөгөн ул башҡорт балын да тәмләп ҡараны.

ВВС хеҙмәте тележурналисы Рәхим Хаддуш баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр. «Самолеттан төшкәс тә Өфөгә ғашиҡ булдым»,-ти ул. Бигерәк тә иҫтәлекле урындар буйлап сәйәхәт итеү күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған. Бигерәк тә Салауат Юлаев һәйкәлен күреп, үҙен тыуған яғына ҡайтҡандай тоя. Алжирҙа ла милли батырҙары  Абд аль-Кадир Салауат Юлаев кеүек атта һынландырылған.  
Рәхим Хаддуш, тележурналист, фотограф, инглиз теле уҡытыусыһы: «Ике һәйкәл дә бер береһенә оҡшаған. Абд Аль - Кадир талантлы полководец була. 19-сы быуатта йәшәгән. Француз колонизаторҙарына ҡаршы көрәштә Алжир халҡын етәкләй. Шул уҡ ваҡытта билдәле ғалим, шағир һәм оратор. Мосолман донъяһында ҙур авторитет яулаған шәхес».
Рәхим Хаддуш төп һөнәре буйынса инглиз теле уҡытыусыһы. Французса, ғәрәпсә иркен аралаша. Телдәрҙе күп белеүе «Айсек» йәштәр программаһы аша төрлө илдәрҙә стажировка үтеү мөмкинлеген асҡан. Өфө мәктәптәренең береһендә өс аҙналыҡ дәрестәр алып барыуын да оло тәжрибә тип иҫәпләй. Үҫмерҙәр уны тәү күреүҙән үк дуҫ күреп ҡабул итә.
Алжир вәкиле Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылы белем усағы уҡыусылары менән дә осраша. Тыуған яғы, милләте, үҙенең сәйәхәттәре хаҡында ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡора. Егет-ҡыҙҙар үҙ сиратында сит ил ҡунағына Мәжит Ғафури исемендәге музейға экскурсия ойоштороп, Башҡортостандың халыҡ шағирының тормош юлы, ижады хаҡында инглиз телендә һөйләп күрһәтә. Милли бейеүҙәр башҡара.
Рәхим Хаддуш башҡорттарҙың милли кейемдәрен күреп, ҡурай моңон ишетеп хайран ҡала. Шулай уҡ ҡунаҡты республиканың тәбиғәте  һоҡландыра.
Атҡа һыбай менмәһә лә, санала йөрөп ауыл тормошо менән таныша. Шулай уҡ тәүге тапҡыр саңғыға ла нәҡ Башҡортостанда баҫа. Шишмә һыуын эсеп, Ғафуриҙағы мәмерйәләрҙе ҡыҙыҡһынып ҡарай. Уны һәр ваҡыт ирекмән Зөфәр Сәлихов оҙатып йөрөй. Хатта, Рәхимде башҡорт  туйына ла алып барған.
Сит ил вәкиле башҡорттарҙың ҡунаҡсыл булыуын да билдәләй. Баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан тирмәләргә инеп сыҡты ул. Яҡындарына сувенирҙар алырға. Әйткәндәй, Зөфәр Сәлихов егеткә бында бәләкәй генә экскурсия  ойошторҙо. Милли кейемдәр хаҡында һөйләне.
Алжирҙан килгән ҡунаҡ йүкә, ҡарабойҙай, сәскә балдарын тәмләп ҡараны. Тел йоторлоҡ.
Рәхим Хаддуш, журналист: «Алжирҙа климат тотороҡһоҙ. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙә лә умартасылыҡ үҫешкән.  башлыса цитрус балы популяр. Ул тәме буйынса саҡ ҡына әскелтем».
Тележурналист Рәхим Хаддуш шулай уҡ Телеүҙәктә лә ҡунаҡта булды. «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең эшмәкәрлеге менән танышты ул. Тыуған яғына Алжирға ҡайтҡас, Башҡортостан буйлап  сәйәхәт итеүе хаҡында ҙур репортаж эшләргә теләүен белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку