Алыҫ Румынияла башҡорт алмағастары! 14.12.2014

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәткәрҙәре Румыния илен азат итеүҙә ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Хәсән Әхмәтовтың исемен мәңгеләштереп Яссы ҡалаһында 19 алмағас ултыртып ҡайтты.

Советтар Союзы Геройы үҙе лә ҡасандыр тыуған төйәге - Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылында алмағас баҡсаһын үҫтерергә хыялланған була. Әммә яҡташыбыҙҙың был ниәтен Бөйөк Ватан һуғышы өҙә.
Румынияны азат иткәндә батырҙарса һәләк булған Хәсән Әхмәтовтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында 19 төп  алмағас яҡташыбыҙҙың ҡәберлегенән алыҫ түгел ергә ултыртылды. Ҡасандыр алмағас баҡсаһын үҫтерергә хыялланған Советтар Союзы Геройының ниһайәт, теләге сит тарафта булһа ла тормошҡа ашты.
Яҡташыбыҙ Румынияның Яссы ҡалаһында ерләнгән. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүҙе «Тамыр» телеканалы үҙ бурысы итеп ала. Һәм был ниәтте тормошҡа ашыра.
Румынияға сәфәр «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәткәрҙәренең сираттағы яңы проекты. Ул «Алмағас сәскәһе» тип аталасаҡ. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған документаль яҙма республиканың төп телеканалында 9 майҙа эфирға сығасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика