Алтын ҡулдар тынғы белмәй

Алтын ҡулдар тынғы белмәй 27.07.2015

Оло Ыҡтамаҡ ауылында "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең Башҡортостан бүлексәһе төбәк-ара һөнәри оҫталыҡ конкурсын ойошторҙо. "Мәсетле оҫтаханаһы" тиҫтәгә яҡын район, Свердловск өлкәһе йүнселдәрен берләштерҙе. Бәйгелә ҡатнашҡан командалар ҡойо бураһы әҙерләү, усаҡ яғыу, бесән сабыу, бәйләм бәйләү, шулай уҡ тегеү һәм тал сыбыҡтарынан кәрзиндәр үреүҙә көс һынашты.

30 йәшкә тиклемге 12-шәр кеше тупланған командалар башта үҙҙәре менән йыр-моң, бейеү-көлкө аша таныштырҙы. Ҡулдарында салғы, һәнәк, балтаһы ла бар.  Һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашыусылар халыҡ йолаларын, кәсептәрен һаҡлап ҡалыуға саҡырҙы. Һуңынан ярыштың иң ҡыҙыу мәле башланды. Ағас оҫталары, сигеү, бәйләү, һүрәт төшөрөү оҫталары үҙ эштәрен күргәҙмәгә сығарҙы. Бигерәк тә кейеҙҙән баҫылған береһенән-береһе сағыу йомшаҡ уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар, әкиәт персонаждары янынан халыҡ өҙөлмәне. Был шөғөл  ҙур оҫталыҡ, таһыллыҡ, күңел йылыһын талап итә.

"Мәсетле оҫтаханаһы" умартасыларҙы ла йыйҙы. Улар ваҡытҡа ярышты. Рам эшләп, сым һуҙып, балауыҙ йәбештерергә кәрәк ине. Салауат районынан Урал Тарханов та үҙ эшен белеп башҡарҙы. Бал ҡорттарын күптән тота икән. Бигерәк тә, сәскә балы һорау менән ҡулланыла, ти ул.

Тал сыбыҡтарынан кәрзин, төрлө әйберҙәр үреү буйынса ла ярыш үткәрелде. Был эште башҡарғанда иғтибарлы, түҙемле булыу мөһим. Таллыҡтарҙы ҡарап, ҡәҙерләп үҫтерергә кәрәк. Шунда ғына сыбыҡтар ныҡ, сыҙам, һығылмалы була.

Командаларға 250 кирбестән мейес тә һалырға кәрәк. Һуңынан унда тәмле ҡоймаҡ бешереп ҡараясаҡтар. Ғөмүмән, мейес ул - муллыҡ, байлыҡ, ғаилә именлеге билдәһе тигән фекерҙә ярышта ҡатнашыусылар.

Балта оҫталары иһә ҡойоға бура бурауҙа көс һынашты. Был ярышта командаларҙан берәр кеше генә ҡатнашты.  Ағас эшендә физик көс талап ителә, сәләмәтлек өсөн дә файҙалы, ти ир-егеттәр. Шул уҡ ваҡытта алтын ҡуллылар был шөғөлдән ҙур килем дә ала.

Туғайҙа салғы сыңы әле булһа ла тынмай... Был шөғөл халыҡ йәшәйешенең,  көнкүрешенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып ҡала килә. Хеҙмәт ҡоралын үткерләп торорға ғына кәрәк. Хәҙер ҙә ауыл ерендә күпләп мал аҫрайҙар. Уларға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләү - ауыл уңғандарының төп бурысы. Бер ниндәй заманса техника ла ҡул көсөн алмаштыра алмай.

Ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡулдарына салғы алды. Хатта, ямғыр ҙа ҡамасауламаны. Күмәк эш ырамлы тиҙәр. Һуңынан бында татыулыҡ, дуҫлыҡ кәбәндәре өйөләсәк.

Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика