Алтын ҡомға кем хужа?

Алтын ҡомға кем хужа? 02.09.2014

Өфө тирәләй законһыҙ ҡом сығарыу урындары арта. Республикала төҙөлөш күләме артҡан һайын материалдарға ла ихтыяж көсәйә. Ә инде тәбиғәт байлығын бер ниндәй түләүһеҙ сығарғанда тиҙ арала миллиондарса һум табыш алырға мөмкин. Йүнселерәктәр һәм кәрәкле урындарҙа «йөнтәҫ» ҡуллы кешеләре булғандар килем алырлыҡ урындарға һөлөк кеүек йәбешә. Һөҙөмтәлә дәүләт ҡаҙнаһына миллиондарса һум зыян килтерелә.

Нуғай ҡасабаһы биләмәһен хеҙмәтләндереүсе дирекция - был ерҙә ҡом сығарыуға рөхсәт алған берҙән-бер ойошма. Ләкин карьерҙан төҙөлөш материалы ташыусылар  байтаҡ. Ҡала предприятиеһы ҡомдо йылдам үҫешкән ауылдың юлдарын, коммуникацияларын хәстәрләүгә тотонһа, ҡалғандар уны һатып аҡса эшләүгә генә сығара. Ҡаҙылған соҡорҙарҙың тәрәнлегенән күренеүенсә, ситкә ҡойолған ҡом бер тонна ғына түгел.
Дирекция етәкселеге әйтеүенсә, күҙ-ҡолаҡ булып тормаһаң, бында рөхсәт бармы-юҡмы икәнлеген ҡарап тормайҙар. Был юлы ла ҡыҙыу ғына эшләп йөрөгән техника камераны күреү менән туҡтап ҡалды. Хәбәрселәр килгәнен белеп тиҙ арала яр буйына килеп еткән ир иһә ҡом законға ярашлы сығарылыуын иҫбатлай. Шулай ҙа рәсми аңлатма биреүҙән баш тартты.
Ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, был урында ер участкаһы ҡуртымға алыусы берәү генә. Ул да булһа Нуғай ҡасабаһын хеҙмәтләндереүсе дирекция.
Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы иһә был урында бер нисә ҡом сығарыусы булыуын иҫбатлай. Ведомство белгестәре әйтеүенсә, барыһы ла контролдә һәм төҙөлөш материалы сығарыусыларҙың барыһы ла законға ярашлы эш итә.
Лицензиялары барҙыр ҙа, әммә был документ тап ошо ерҙә ҡом сығарыу рөхсәте бирмәй. Икенсенән, яҡтар фекере төрлө икән, тимәк, кемдәрҙер мутлашыу юлы менән эш итә. Ул арала Ағиҙел ярындағы карьерҙар тәрәнәйгәндән-тәрәнәйә.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку