Алтын көҙҙә «Урал батырҙың алтын билбауы» буйлап

Алтын көҙҙә «Урал батырҙың алтын билбауы» буйлап 19.09.2014

Бөгөн бер төркөм хаҡлы ялдағылар социаль туризм маршруты буйынса ял итергә юлланды.

«Урал батырҙың алтын билбауы» программаһына Башҡортостандың иң хозур урындары ингән. Туристар Әр ташы, Яҡтыкүл, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Нөгөш һыуһаҡлағысы  һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙа туҡталасаҡ, республика шифаханалары менән танышасаҡ. Темәс, Сәйетбаба милли-мәҙәни үҙәктәрендә уларҙы башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтеп, милли аш-һыу менән ҡаршы алыу ҡаралған.  Маршрут ете көнгә тәғәйенләнгән. Башланғыс республикала туризм бизнесы үҫешенә нигеҙ һалыр тип көтөлә. Киләһе йыл маршрут буйынса юлламалар Ырымбур, Магнитогорск, Силәбе һәм сит өлкәләрҙең башҡа ҡалаларында ла  һатыласаҡ.  
Республикала социаль туризм программаһы 2011 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның ярҙамында хаҡлы ялдағылар һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр льготалы хаҡҡа теләгән маршруты буйынса ял итергә бара. Программала Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән һәм йәшәгән граждандар ҡатнаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку