Алтынға торошло күпер 02.06.2016

Былтыр июлдә Ишембайҙа Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөкләндерелә башлағайны. Һөҙөмтәлә объектта бер яҡлы хәрәкәт ойошторолдо, ул светофор ярҙамында көйләнә. Был автоһәүәҫкәрҙәргә бер ни тиклем уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Йыш ҡына тығындар барлыҡҡа килә. Етмәһә, күперҙә капиталь ремонт ваҡыты оҙайтылған.  

Мәсьәлә Төбәк башлығы менән ойошторолған әңгәмәлә лә күтәрелде. Рөстәм Хәмитов был һорау күптән контроль аҫтында булыуын билдәләп үткәйне. Ысынлап та, 1978 йылда һалынған күперҙе төҙөкләндереү проекты июндә тамамланырға тейеш булған. Ҡоролманың уң яҡ өлөшөндә эш тамамланған, шулай ҙа яңыраҡ һул яҡта иҫке асфальт ҡатламын ҡуптарғанда тағы ла етешһеҙлектәр табылған. Уларҙы юҡ итеү өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә.
Сергей Никитин, Ишембай ҡалаһы хакимиәте башлығы: «Әлегә проект сметаһы әҙер. Документҡа ярашлы, күперҙе артабан ремонтлауҙа тороҡло урҙалар һатып алыу мәсьәләһе ҡарала. Шуға объекттың ҡасан тулыһынса файҙаланыуға тапшырылыуы билдәһеҙ. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн понтонлы күпер булдырырға уйлайбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика