Алтынға тиң һыу

Алтынға тиң һыу 16.09.2014

Архангел районында йәшәүсе Глуховтар  крандан аҡҡан һыуҙы тере һыуға әйләндереүсе мөғжизәле фильтр  һатып алған. Ҡоролманың хаҡы - 150 мең һум. Бының өсөн ғаиләгә банктан кредит алырға тура килгән. Әммә бер ни тиклем ваҡыт үткәс ғаилә был сумма саманан тыш ҡиммәт  булыуын, уларҙы ҡоролманы һалып алырға мәжбүр итеүҙәрен  аңлай. Бөгөн улар аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн көрәшә. Сетерекле мәсьәлә нисек хәл ителер?

Ғаилә башлығы һыу таҙартыусы ҡоролманы үҙ аллы алып, ойошмаға кире тапшырырға булған. Ҡиммәтле фильтрҙы боҙмаҫ өсөн ир һаҡ эш итә. Глуховтарҙың ҡыҙҙары билдәләүенсә, бюджет өлкәһендә эшләүсе атаһы менән әсәһенең ҡиммәтле әйбер алырға бөтөнләй уйы булмаған. Әммә нисек кредит алыуға ризалыҡ биреүҙәрен үҙҙәре лә һиҙмәгән.

Ирина Эгит, Глуховтарҙың ҡыҙҙары: «Улар менән һөйләшеү мөмкин түгел. Бер һорау бирһәң, улар әңгәмәне 15 минутҡа тиклем һуҙа, әммә һорауыңа яуап ҡайтармай. Хеҙмәткәрҙәр кәрәкмәгән әйберҙе һиңә мотлаҡ кәрәк тип ышандырыу көсөнә эйә».

Вәлишиндар ғаиләһе лә ошо уҡ ойошма тоҙағына эләгә. Юғары ҡан баҫымы, остеохондроздан яфаланыусы Рида ханымды йәш ир фильтр аша үткән һыу тап ошо сирҙәрҙән арындыра, ашҡаҙандағы яман шеште дауалай тип ышандыра. Ете операция кисергән ҡатын матур кейенгән, яғымлы тауышлы егеткә ышана. Әммә фильтрҙың хаҡы 135 мең һум булыуын белгәс, ҡоролманан баш тарта. Тик һатыусы оло йәштәге ханымды үҙәк офистарына алып барып, кәрәкле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙырта.

«Аква Дженерал» ойошмаһы вәкилдәре менән беҙ апрелдә осраштыҡ. Улар тәүҙә аралашыуҙан баш тартты. Ҡоролма менән ҡыҙыҡһыныуҙы аңлағас, бында беҙгә фильтрҙың дауалау сифаттары тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙерҙәр ине.

Николай Салов, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе урынбаҫары: «Беҙҙең фильтрҙар уникаль. Улар аша үткән һыу организм өсөн файҙалы. Шул уҡ ваҡытта беҙ уны көсләп һатмайбыҙ. Төбәктә генә 500-ҙән ашыу клиентыбыҙ бар. Оҡшамай икән, һатып алыусы тауарҙы кире ҡайтарырға хоҡуҡлы. Бында бер мутлашыу ҙа юҡ».

Фәнни сығанаҡтарға ярашлы, һыуҙы ионлаштырыу химик реагенттар кәмеүенә, бактерияларҙың юҡҡа сығыуына килтерә. Шуға күрә ҡоролманың кеше һаулығына ыңғай тәьҫир итеүен табиптар инҡар итмәй. Әммә уның хаҡы файҙалы үҙенсәлектәренә тап килеүе һорау тыуҙыра. Ябай фильтр кәрәҙле маркетинг өлкәһендә аҡса эшләү ысулына әйләнде, тип билдәләй психологтар. Ҡоролманы һатыусы менеджерҙар, ғәҙәттә, кешене арбау, уға тәъҫир итеү буйынса махсус уҡыу курстары үтә.

Шул уҡ ваҡытта уларҙы мутлашыуҙа ғәйепләү мөмкин түгел. Был - кәрәҙле маркетинг алымы. Ойошма профессиональ юристар менән кәңәшләшеп эш итә. Кешеләрҙе ышандыра, юридик белеме булмауын файҙаланып, кәрәкле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙырта.

Ҙур ҡалаларҙа алданыусылар тауарҙы тиҙ арала ҡайтара ала, әммә ауылдарҙа йәшәүселәрҙең оҙаҡ йылдарға бурысҡа батыуы ихтимал. Иринаның ата-әсәһе иһә бөгөн килешеүҙе тарҡатҡан. Уларҙы банктан аҡсаһын кире ҡайтарыу мәшәҡәте көтә.

Л.Тунасова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку