Альтернатива бар 21.04.2015

Бөгөн донъяла тергеҙелә торған энергия сығанаҡтарын ҡулланыу киң таралыш ала. Ер шарының төрлө нөктәләрендә ҡояш, ел, һыу энергияһын электр тогына әйләндереүсе ҡоролмалар төҙөлә. Тармаҡҡа миллионлаған инвестициялар йүнәлтелә. 2013 йылда Рәсәйҙә лә альтернатив энергия сығанаҡтарын ҡулланыуға стимул биреүсе программа ҡабул ителде. Уға ярашлы, тармаҡҡа килеүсе инвесторҙарға дәүләт сығымдарын ҡаплау гарантияһы бирә. Башҡортостанда ла был йүнәлештә эш алып барыу мөмкинлеге бар. Бөгөн Көйөргәҙе районында тәүге сәнәғәт ҡояш электростанцияһы төҙөлөшө башланды.  

Тантаналы рәүештә буласаҡ электростанцияның тәүге свайы ҡағыла. Бөгөндән республикала ҡояш энергияһын сәнәғәт күләмендә ҡулланыу тарихы асыла. Башланғыс шәхси инвесторҙар, Башҡортостан һәм район етәкселеге ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.
Ҡояш электростанцияһы 10 гектар майҙанда урынлашасаҡ. Бер нисә айҙан күләмле проекттың тәүге этабы бойомға ашасаҡ. Ҡоролманың ҡеүәте 5 мегаватт тәшкил итәсәк. Ике йылдан, Көйөргәҙеләге проект тулыһынса тамамланғас, электростанция ҡеүәте 15 мегаватт буласаҡ.
Айҙар Хафизов, «Авелар солар технолоджи» компанияһының үҫеш буйынса директоры: «Электростанция етештергән 5 мегаватт энергия тотош Көйөргәҙе районын электр менән тәьмин итеүгә етә. Ә инде ҡоролма тулы көсөнә эшләй башлағас, ул етештергән электр Күмертау менән Мәләүез районына ла етәсәк».
Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда ҡояш энергияһын ҡулланыу тәүгә түгел. Былтыр апрелдә Шишмә районының «Толпар» шифаханаһында өс киловаттлыҡ электростанция ҡуйылды. Ул учреждение ҡулланған электрҙың бер өлөшөн ҡаплай. Ә бына Хәйбулла район үҙәгенең «Йәйғор» балалар баҡсаһында урынлаштырылған ҡоролма ҡояш энергияһын һыу йылытыуға тотона. Был рәүешле мәктәпкәсә белем биреү учрежденниеһенең сығымдары кәметелә. Ләкин альтернатив энергия сығанаҡтарын ҡулланыу тәү сиратта тәбиғәтте һаҡлау йүнәтелгән. Бындай электростанциялар газ, мазут, күмер яғыуҙы кәметә. Һөҙөмтәлә, атмосфераға ташланған зарарлы матдәләр күләме кәмей. Башҡортостанда был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк.  
Бөгөнгө һауа шарттарын иҫәпкә алып, Көйөргәҙелә ҡояш энергияһын ғына түгел, елде лә еңел ҡулланып булыр ине. Ә инде етди әйткәндә, Башҡортостанда, айырыуса уның көньяҡ райондарында файҙалы ҡояш радиацияһы потенциалы ҙур. Быны иҫәпкә алып, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Хәйбулла райондарында ҡояш электростанциялары төҙөү ҡаралған. Уларҙың дөйөм ҡеүәте 60 мегаваттҡа барып етәсәк.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика