Аллаһы тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдә: «Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал», - тип бойора

Аллаһы тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдә: «Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал», - тип бойора 04.10.2014

Был эш Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла. Бөгөн республикабыҙҙың барлыҡ мәсеттәрендә лә  ғәйете намаҙҙары уҡылды, ҡорбандар салынды.

Ҡорбан ғәйетен,  мосолмандарҙың иң ҙур байрамын билдәләргә диниҙәр Яңауыл ҡалаһының  «Иман» мәсетенә йыйылды. Һәр мосолманға тейешле ғәмәлдәрҙе үтәп ғүмер итеүселәр  араһындда йәштәрҙең, балаларҙың да булыуы ҡыуандыра. Иман йортонда йыл дауамында районда булып үткән ваҡиғаларға байҡау яһалды. Тормош  байрамдарҙан ғына тормай, быйыл Яңауылда йәшәүселәргә ике ҙур фажиғә кисерергә тура килде. Августтағы ғәрәсәттә емерелгән  йорттар  төҙөкләндерелеп бөтөп бара. Ошондай саҡта  халыҡтың берҙәмлеге, ярҙамсыллығы булмаһа ауырлыҡтарҙы йырып сығыу ҙа мөмкин булмаҫ ине, ти халыҡ. Һуңғы көндәрҙә ҡалала  алты кешенең спайс - йәки үләндәр ҡатнашмаһын  тартып  ағыуланыуы ла бар район халҡын тетрәндергән күренеш.
Иглин районында  ун ете мәсет эшләп килә. Уларҙың өсөһө Турбаҫлы ауыл советы биләмәһендә. Ғәҙәттәгесә уларҙа ҡорбан салыу өсөн   муниципаль милеккә ҡараған хужалыҡтан мал  бүленгән.
Әмит ауылындағы мәсетте бынан биш йыл элек  халыҡ дауалаусыһы Йәһүҙә Сәлимгәрәева төҙөткән. Иман йортонда дини байрамдар ҙурлап үткәрелә.  Быйыл ҡорбан байрамын уҙғарыуға  эшҡыуар Хәнәфи Шәйбәков та ярҙам күрһәткән.
Шаранбаш-Кенәз ауылындағы «Факия»  мәсете лә  иртәнсәк үк кесеһенән алып олоһона тиклем халыҡ менән тулған ине. Ауыл имам-хатибы    ҡөръән  сүрәләрен уҡып мөбәрәк Ҡорбан байрамы, донъя именлеге, халыҡтар берлеге өсөн доға ҡылды. Мәсеттә йыйылыусыларға  байрам табыны ҡоролдо. Һәр йылдағыса  ауылдарҙа ҡорбан салдырыусылар һаны арта, был юлы тиҫтәгә яҡын кеше мәсет ихатаһында был изге ғәмәлде башҡарҙы.
Һәр ауылда Ҡорбан итенән бешергән тәмле аштарҙы ашап, һый өçтәлендәге ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, Ҡорбан салдырған һәр бер кешегә рәхмәт әйтеп оло бер ҡыуаныс һәм күңел тыныслығы менән таралышты халыҡ оло һәм изге байрамдан.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика