Алкоголһеҙ һуңғы ҡыңғырау

Алкоголһеҙ һуңғы ҡыңғырау 15.05.2017

25 майҙа Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылыуы күҙаллана. Законға үҙгәрештәрҙе Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары төбәк прокуратураһы инициативаһы буйынса индерҙе. Бынан тыш, һатыу төнгө ваҡытта ғына түгел, ә тәүлек әйләнәһенә Өфөлә генә түгел, Башҡортостан район-ҡалаларында ла тыйыла.

Статистикаға ярашлы, йыл һайын полиция хеҙмәткәрҙәре бәлиғ булмаған үҫмерҙәрҙең йәмәғәт урындарында эсеп тотолоуы буйынса, уларға спиртлы эсемлектәр һатыусыларға ҡарата йөҙләп административ эш аса.
Гүзәл Мәсәғүтова, Башҡортостан прокурорының киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса өлкән ярҙамсыһы: «Спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Вазифа биләүселәргә - 10 мең һумға, ә юридик шәхестәргә 100 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған. Шулай уҡ алкоголь һәм спиртлы продукциялар конфискациялана».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика