Ғалимдар Марсҡа осоу юлдарын эҙләгәндә, етәкселәр ерҙә лә Марс барлығын онотоп киткән күрәһең 18.10.2016

Кушнаренко  районының Марс ауылында 56 хужалыҡ иҫәпләнә, йөҙҙән ашыу кеше көн итә. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, улар үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә сит планетала йәшәгәндәй хис итә. Сөнки ауылда Марстағы кеүек үк юлдың эҙе лә юҡ.  Ашығыс ярҙам, янғын һүндереү хеҙмәттәре  йыш ҡына юлдар үткеһеҙ булып ятыу сәбәпле, тейешле нөктәгә барып етә алмай.

Планета исеме менән аталған ауылда башлыса хаҡлы ялдағылар көн итә. Улар бөтәһе лә ямғырлы, ҡар-буранлы көндәрҙе үҙһенмәй. Бындай ваҡытта район үҙәге, йә башҡалаға илткән юлға сығыр өсөн йөҙ михнәт аша үтергә тура килә.
Юл торошоноң ҡәнәғәтләнерлек булмауына икенсе сәбәп: нефть сығарыусы ойошманың ауыр йөк машиналарының ауыл уртаһынан хәрәкәт итеүе. Улар башлыса төндә йөрөй, был мәлдә ауыл урамдары еңел автомобилдә үтерлек түгел.
Урындағы хакимиәт тә   Марстағы юлһыҙлыҡ проблемаһын ыңғай хәл итергә ашыҡмай.  Аптыраған халыҡ ҡырсынташ түшәтергә аҡса ла йыя башлаған.
Марс ауылының фельдшерлыҡ пунктында эшләүсе Дамира Юнысованың эшендә лә юлһыҙлыҡ ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Инфарк ,инсульт үткәргән , ауыр  йәрәхәттәр алған сирлеләргә ямғырлы һәм буранлы юлдан ашығыс ярҙам машинаһы үтә алмай. Кеше ғүмере өсөн ҙур яуаплылыҡ тойоусы фельдшерға күпселек осраҡта  ауылдаштары ярҙамға килә.
Үҙәк урамдағы янғындан был йорт тулыһынса янып бөткән. Уны һүндерергә ынтылыусы машина мәтегә инеп батҡан.  
Марс ауылында  юлһыҙлыҡ проблемаһын ҡасан хәл ителәсәк тигән һорау менән беҙ Кушнаренко район хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек.Әммә хакимиәттә беҙҙең менән һөйләшергә бөтөнләй ваҡыттары булмай сыҡты
Кушнаренко районы Марс ауылы - Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары сигендә урынлашҡан. Ауыл халҡы юлһыҙ интегә. Яҙлы-көҙлө көслө ямғырҙар яуған осраҡта бындай юлдан машиналарҙа үтерлек түгел. Һәр водитель этәүселәр саҡырырға мәжбүр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика