Александра Кедяева Бөйөк Ватан һуғышында тимер юл ғәскәрҙәрендә эләгә

Александра Кедяева Бөйөк Ватан һуғышында тимер юл ғәскәрҙәрендә эләгә 06.06.2016

Хәрби бурысын намыҫ менән атҡарып сыға. Беренсе төркөм инвалиды Өфөнөң Дим районынң Таллин урамында  кесе ҡыҙы менән ғүмер итә. Туҡһанға аяҡ баҫасаҡ ветерандың  тормош һәм йәшәү шарттары шатланырлыҡ түгел. Ул иркенләп тышта  йөрөй алмай, тәҙрәне асып саф һауа һуларлыҡ та мөмкинлеге юҡ. Уның ишек алдында ауыр йөклө фуралар өҙлөкһөҙ туҡтай.  

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Александра Кедяева һәм уның ҡыҙы Галина йылдан ашыу тынғылыҡ тапмай. Фатирҙарының тәҙрә төбөндә тәүлек  әйләнәһенә ауыр -йөк ташыған фуралар килеп туҡтай. Үҙ аяҡтары менән көскә хәрәкәтләнеүсе әсәһе  тәҙрәнән туйғансы саф һауа һулай алмай.
Александра Кедяева, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны:«Тын алыуы ауыр, тәҙрәне асып  саф һауа һуларлыҡ түгел . Ауыр төтөндән баш ауырта».
Александра Кедяева 17 йәшендә Бөйөк Ватан һуғышына алына. Фзо тамамлаған ҡыҙ тимер юл ғәскәрҙәренә эләгә.1944 йылдан Бөйөк Еңеүгә тиклем уға һәм уның хеҙмттәштәренә Варшава йүнәлешендә хеҙмәт итергә тура килә. Уларҙың взводы фашистар бомбаға тотҡан тотҡан тимер юлдарын төҙөкләндереүҙә ҡатнаша.Ветерандың ҡыҙы әсәһенең тормош һәм йәшәү шарттарын яҡшыртырға, иҙәндәргә һәм ванна бүлмәһенә ремонт эшләтергә теләй.  
Галина Кедяева, Александра Кедяеваның ҡыҙы: «Иҙәндәр һыуыҡ, йыш ҡына төнөн әсәйем  уяна. Уны  ванна бүлмәһенә килтерәм. Тирләгән көйө һыуыҡ иҙәнгә баҫтырып булмай.  Ул йыш ҡына бронхит менән сирләй. Янбаш һөйәге лә һынған».
Ауыр физик эш  хеҙмәт  ветеранының һаулығын да ярайһы ҡаҡшатҡан.Беренсе төркөм инвалиды үҙ аллы хәрәкәтләнә алмай. Ул йәшәгән йорт подъезы ла инвалид коляскаһы өсөн ҡулайлаштырылмаған. Ишек алды һәм фатирға илтеүсе баҫҡыстарға пандустар урынлаштырылмаған. Өфөнөң Дим районы хакимиәтендә Бөйөк ватан һуғышы ветеранына ярҙам итергә әҙерҙәр.
Людмила Моторина, Өфө ҡалаһы Дим районы хакимиәт башлығы урынбаҫары: «Был ғаилә тормош шарттарын яҡшыртыу буйынса ғариза менән  күптән түгел мөрәжәғәт итте. Ғариза менән мөрәжәғәт итеүсе ветерандарға  һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Был ветерандың   торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһен тиҙҙән хәл  итәсәкбеҙ».  
Үҙенең нескә иңдәрендә ауыр шпалдар ташып еңеүҙе яҡынайтыусы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны  август айында туҡһан йәшен билдәләйәсәк. Еңеү  ,илебеҙ азатлығы өсөн хәләл көсөн йәлләмәүсе ханым торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәшә алырмы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика