Һалдат үлһә лә, исеме йәшәй 27.06.2016

Эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарҙың исемдәрен асыҡлап, тыуған яҡтарына алып ҡайтып ерләү йолаһын үтәй.

Сергей Штагаев һуғышҡа 1942 йылдың яҙында алына. Разведчик ошо уҡ йылдың көҙөндә һуғыш яланында башын һала. Эҙәрмәндәр уның ҡәберлеген Волгоград өлкәһе ауылдарының береһендә таба. Ете тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, һалдаттың туғандары яҡындары хаҡында хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлай.  

Эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҙмышын асыҡлау буйынса архивтарҙа эҙләнеп, ҡаҙыныу эштәре алып барып, ҙур эш башҡара. Һалдаттарҙың исемдәре асыҡлана, һуғыш үткән яландарҙағы ҡалҡыулыҡтар тикшерелә. Һыуыҡта ла, эҫелә лә беҙҙең эштә иң мөһиме - һалдаттарҙың туғандарының өмөттәрен өҙмәй көтөүе, ти эҙләнеү отряды ағзаһы Елена Вяземцева.  

Өфөлә ете эҙләнеү отряды эшләй. Йәштәр, хатта мәктәп уҡыусылары араһында ярҙамлашыусылар булыуы һөйөнөслө. Былтыр баш ҡаланың Дмитриевка ауылына, быйыл яҙ Мәләүезгә Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарын алып ҡайтып ерләнек.

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар ғына түгел, тыл ветерандарының да көндән- көн сафы һирәгәйә бара. Дәһшәтле йылдар ауырлығын үҙ индәрендә татыған һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре күргән-кисергәндәрен күңелдәрендә әле лә һаҡлай.

Еңеүҙе яҡынайтыуҙа һәр бер һалдаттың өлөшө бар.  Еңеү көнөнөң ҡәҙере йылдар үтһә лә, кәмемәй, арта. Ҡала-ауылдар буйлап, «Үлемһеҙ полк» акциялары үтә. Бөгөнгө митингта ҡатнашыусыларҙың да теләге бер ине: күгебеҙ аяҙ, атыр таңдарыбыҙ тыныс булһын!

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика